Иглин районы командаһы район хакимиәте башлығы менән бергә махсус хәрби операция биләмәһенә яҡташтары эргәһенә барып ҡайтты.
Алғы һыҙыҡҡа ебәрелгән биш тонна гуманитар йөктө эшҡыуарҙар, төрлө ойошмалар һәм район халҡы йыйған. Улар араһында көндәлек кәрәк-яраҡ, техника, окоп шәмдәре, маскировка селтәрҙәре, медицина ҡорамалдары бар.
- Иглин районы хакимиәтенә, тыуған районыма, был гуманитар йөктө ойоштороуҙа ярҙам иткән кешеләргә ҙур рәхмәт белдерәм. Мин, мәҫәлән, тап ошондай көнкүрештә кәрәкле әйберҙәр, автомобиль запчастары һорағайным, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты "Космос" позывнойлы яҡташыбыҙ.
Егеттәр райондаштарын күреүгә ихлас шат булды.
- Башҡортостандың һәм шулай уҡ Татарстандың яугирҙәре исеменән район хакимиәте башлығы Гүзәл Рәйес ҡыҙына, Иглин халҡына, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙҙең ярҙамығыҙҙы, онотолмағаныбыҙҙы, яратыуығыҙҙы тоябыҙ. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! - тине "Колос" позывнойлы яугир.
Көнкүреш кәрәк-ярағынан тыш, яугирҙәргә Яңы йыл күстәнәстәре лә килтерелде. Мандариндарҙы һәм ҡыҙҙырылған ҡаҙҙарҙы һалдаттарға алып барыу өсөн алдан махсус рәүештә төрөп ҡуйған Иглин халҡы, улар яҡташтарыбыҙға барып етте лә инде.
Иглин ир-егеттәре төрлө ғәскәрҙәрҙә һәм армия подразделениеларында хеҙмәт итә. Әйткәндәй, был сәфәр ваҡытында улар хакимиәт башлығы Гүзәл Насироваға "Багира" тигән позывной таҡты.
- "Багира" тигән персонаж бар, ул, ни тиһәң дә, ғәҙел. Бындай позывной тәҡдим итеүҙәре минең өсөн ҙур хөрмәт, сөнки "Әсәй" – бик шәхси исем, әлбиттә. Ә бына "Багира" ниңәлер күңелемә ятты, егеттәр хатта шевронын бүләк итте. Был минең өсөн ҙур яуаплылыҡ, ошондай позывнойға эйә булыу - хөрмәт билдәһе, - тип белдерҙе Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова.
Яҡташтарыбыҙҙың тиҙерәк еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!
Фото: Иглин районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan