“31-се "Башҡортостан" полкы составында хеҙмәт иткән яҡташ яугирҙәрҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлап, үҙебеҙ ҡойған тәмле ҡоймаҡ менән һыйланыҡ. Өй йылыһын, тыуған яҡтарҙы хәтерләткән был ғәмәлебеҙгә егеттәр бик рәхмәтле булды. Тәүге көндө Әхмәтов-Дәүләтов медицина компанияһының "Урал" дауаханаһында яралылар менән аралаштыҡ, уларға тыуған яғыбыҙҙан бүләктәр тапшырҙыҡ, байрам концерты ҡуйҙыҡ. Ҡатын-ҡыҙ медицина хеҙмәткәрҙәренә француз яулыҡтары бүләк иттек. Бер нисә урында «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы яугирҙәре өсөн концерт күрһәттек”, – ти Ләйсән Фларид ҡыҙы.
“Ете ҡыҙ”ҙар Донецкиҙағы дауаханаға ла гуманитар ярҙам алып барған. Унда «Добри» позывнойлы яҡташыбыҙ менән иртәнге ашты бергә ашап, бер аҙ әңгәмәләшеп ултырырға ла насип була уларға.
Петровское ҡалаһында концерт та бик йылы ҡабул ителә. Ләйсән әйтеүенсә, ҡаласыҡта йәшәүселәр башҡорт мәҙәниәте менән таныштырыуҙы күптән һораған. Башҡорт моңдарын тыңлау уларҙа онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар уятҡан.
Ирекмәндәр иғтибарлы, етеҙ водитель Рөстәм Ниғмәтуллинға рәхмәтле. Уның менән ҡыҙҙарҙың юлға сығыуы икенсе тапҡыр. Егет үҙе өсөнсө йыл инде ялға ҡайтыусы яугирҙәрҙе ташый, уларға адреслы гуманитар ярҙам еткерә.
Силәбеләге “Алтын ҡурай” ирекмәндәр төркөмөнөң гуманитар ылау әҙерләүҙәге әүҙемлеге, яуаплылығы, аныҡ эштәр башҡарыуҙары өсөн рәхмәтле ҡыҙҙар. “Ете ҡыҙ” ойошмаһы ағзалары Розалия Хисмәтуллина, Эльмира Юлдашева, Альбина Килдейәрова, Дилбәр Әһлиуллина, Азалия Баймырҙина, Альбина Әбйәлиловалар был ылау яугирҙәргә барып етһен, уларҙың ихтыяжарын ҡәнәғәтләндерһен өсөн күп көс һалған.
Башҡортостан артистары Петровское халҡына ысын мәғәнәһендә рух байрамы бүләк иткән. Билдәле артистар Заһир Зәйнетдинов (Зәйнетдин), Эльмира Юлдашева, Альбина Килдейәрованың һәр сығышын улар алҡыштарға күмгән. Концерттан һуң да халыҡ сығыш яһаусылар менән аралашырға, улар менән иҫтәлеккә фотоға төшөп ҡалырға ашыҡҡан, башҡорт артистарының йышыраҡ килеүен үтенгән.
“Ете ҡыҙ”ҙар Башҡортостанда яйлап билдәлелек яулай бара. Был уларҙың аныҡ эштәре, саралары менән нығытыла. Яңыраҡ улар Әбйәлил районының Байым ауылы биләмәһендә махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған ҡаһармандар иҫтәлегенә һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған хоккей ярышы ойоштороуға ла үҙ өлөшөн индергән. Ярышта бөтәһе дүрт команда - Бөрйән районының "Байназар", Әбйәлил районының Хәлил, Байым, Яңы Балапан ауылдары командалары ҡатнашҡан.
Ураҙа башланыу менән “Ете ҡыҙ”ҙар билдәле башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын да ҡорға йыйып алды. Дин, әхлаҡ, иман, киләсәк хаҡында фекер алышыу, аралашыу шәкелендә барған был осрашыу ҙа файҙалы булды, тип ҙур рәхмәт белдерҙе саҡырылыусылар.
“Ете ҡыҙ” ойошмаһы көс туплай, үҙенең ҡарашын аныҡ эштәр менән белдерә. Афарин, ҡыҙҙар!
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Фотолар Ләйсән Рабаданованың шәхси архивынан.