Бөтә яңылыҡтар

Иғтибар: “Ғаиләм – таянысым” конкурсы!

Эштәр 31 майға тиклем ҡабул ителә.

Иғтибар: “Ғаиләм – таянысым” конкурсы!
Иғтибар: “Ғаиләм – таянысым” конкурсы!

"Ватанды һаҡлаусы ғаилә" проекты сиктәрендә "Ғаиләм – таянысым" махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларҙың күп балалы ғаиләләренең фотоһүрәттәр конкурсын (артабан – Конкурс) үткәреү тураһында иғлан итәбеҙ. Ул Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылы һәм Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы сиктәрендә уҙғарыла.

Конкурсты ойоштороусылар: “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” төбәк бүлексәһе, Башҡортостан Журналистар союзы, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы, “Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси гәзите редакцияһы.

Конкурстың маҡсаттары һәм бурыстары: ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыу һәм ғаилә институтын нығытыу. Аталары (ирҙәре) махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан балалар тәрбиәләнгән күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү һәм уларҙың йәмәғәт абруйын күтәреү. Ғаилә тормошоноң мөхәббәт, хәстәрлек һәм үҙ-ара аңлашыуҙы сағылдырған уникаль мәлдәрен һаҡлау һәм күрһәтеү. Рәсәй ғаиләһенең берҙәмлегенә, быуындарҙың күсәгилешлегенә һәм илһөйәрлегенә нигеҙләнгән ыңғай образын формалаштырыуға булышлыҡ итеү. Ауыр тормош хәлендә сыҙамлыҡ һәм фиҙакәрлек күрһәткән ғаиләләргә йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү.

Конкурста Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йәшәгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, һәләк булғандарҙың күп балалы ғаиләләре саҡырыла.

Конкурс 2026 йылдың 2 мартынан 15 июненә тиклем үткәрелә. Эштәр 31 майға тиклем ҡабул ителә. Конкурс һөҙөмтәләре 2026 йылдың 22 июненән дә һуңға ҡалмайынса баҫылып сығасаҡ.

Конкурсҡа күп балалы ғаиләләрҙең тормошон сағылдырған автор фотолары ҡабул ителә: бергәләп ял итеү, байрамдар, эш көндәре, шатлыҡ һәм ярҙам мәлдәрен.

Һәр фотоға ҡыҫҡаса тасуирлама (исеме, төшөрөү датаһы, фотоға бәйле ҡыҫҡа тарих, авторҙың исеме, контакт телефоны) ҡушып яҙырға кәрәк.

Фотоһүрәттәр һанлы форматта (JPEG) 300 dpi-нан кәм булмаған резолюция менән эшләнергә тейеш. Файлдың ҙурлығы 10 мегабайттан артмаһын.

Бер ҡатнашыусынан 3 (өс) фотонан артыҡ ҡабул ителмәй.

Эштәрҙе электрон почтаға яндекс-дискҡа һылтанма рәүешендә ебәрергә кәрәк.

Ойоштороусылар эштәрҙе баҫтырып сығармау һәм рецензияламау хоҡуғын ҡалдыра.

Конкурсҡа эште ебәреү уларҙы коммерцияға ҡарамаған маҡсаттарҙа баҫтырыуға һәм күргәҙмәлә күрһәтеүгә автоматик ризалыҡ биреүҙе аңлата.

Баһалау критерийҙары

Конкурс эштәре түбәндәге критерийҙар буйынса баһалана:

- фотоһүрәттең художестволы сағылышы һәм башҡарыу сифаты;

- сюжет үҙенсәлеге һәм теманы асыу тәрәнлеге.

Конкурстың маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килеү. Эмоционаллек һәм тамашасыға ыңғай йоғонто яһау.

Конкурс йомғаҡтары  буйынса Рәсәй көнөнә арналған фотокүргәҙмә ойоштороласаҡ.

Иң яҡшы эштәр “Башҡортостан" гәзитендә һәм “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалының социаль селтәрҙәрендә баҫылып сығасаҡ.

Конкурс еңеүселәре дипломдар һәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләнә.

Бәйләнеш өсөн телефондар: 89371603418, 89270857530.

E-mail: r.ahmetyanova@fzo.gov.ru, muktasipovna@mail.ru

Эштәрҙе “ФЗО фотоһүрәттәр конкурсы" билдәһе менән ебәрергә.

Фото: “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы.

 

Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас