Республикала ауыр яралар алған МХО ветерандары өсөн торлаҡ биналарын яраҡлаштырыу буйынса эш дауам итә. Был бурысты “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды башҡара. Ошо көндәрҙә торлаҡ биналарҙы тикшереү буйынса комиссия Межгорье ҡалаһынан МХО ветераны Руслан Зариповҡа барып, уның йәшәү шарттарын ҡараған. Сәфәр барышында торлаҡты артабан яраҡлаштырыу өсөн тейешле үлсәүҙәр үткәрелгән.
Руслан Зарипов Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән. 2025 йылдың июлендә ул ауыр яралана, һөҙөмтәлә аяғын ҡырҡалар. Әлеге ваҡытта ветеран үҙ фатирында йәшәй һәм ремонт эштәрен үҙаллы башҡара. Торлаҡ бинаһын яраҡлаштырыу уның өсөн мөһим ярҙам буласаҡ – был йәшәү өсөн уңайлыраҡ шарттар булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Социаль координатор һәр ваҡыт ветеран менән бәйләнештә тора: бынан алда шулай уҡ адаптив кейем комплекты алыуға ғариза ебәрелгән булған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, МХО ветерандары бөтә һорауҙары буйынса ла үҙ муниципалитеттарындағы социаль координаторҙарға йәки Өфөләге Совет урамы, 13/15; Минһажев урамы, 107 адресы буйынса “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондына мөрәжәғәт итә ала. Алдан яҙылыу талап ителмәй.
Фото: "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды төркөмөнән.