Бөтә яңылыҡтар

Изге эштән балалар ҙа ситтә ҡалмай

Таулыҡай мәктәбе уҡыусылары, посылкаларға ҡушып, күңел түренән сыҡҡан изге теләктәрен еткереп, хаттар ҙа яҙған. Яугирҙәребеҙгә күстәнәстәр имен-аман барып етһен, тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, һәр кемебеҙгә именлекгә йәшәргә насип итһен, ти улар.  

Изге эштән балалар ҙа ситтә ҡалмай
Изге эштән балалар ҙа ситтә ҡалмай

Баймаҡ районының Үрге Таулыҡай ауылы мәктәбендә йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә.

– Үрге Таулыҡай мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылары, мәктәп хеҙмәткәрҙәре, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре һәм кескәй тәрбиәләнеүселәр, ата-әсәләр дәррәү генә махсус хәрби операция яугирҙәренә көндәлек тормошта кәрәкле әйберҙәр, футболкалар, йыуыныу кәрәк-ярағы туплап, посылкалар әҙерләнек. Был изге, сауаплы эштән бер кем дә ситтә ҡалманы, һәр кем ярҙам ҡулы һуҙырға тырышты. Уҡыусылар тыуған яҡ сәләмдәрен ҡушып, күңел түренән сыҡҡан изге теләктәрен еткереп, хаттар ҙа яҙҙы. Яугирҙәребеҙгә посылкалар имен-аман барып етһен, тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, һәр кемебеҙгә именлекгә бәхетле генә йәшәргә насип итһен, – тип һөйләне мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Земфира Сәғәҙәт ҡыҙы Сәйетова.

Үрге Таулыҡай мәктәбендә төрлө ярыштар, махсус хәрби операция, хәрби хеҙмәт ветерандары менән осрашыуҙар йыш үткәрелә. Белем усағында МХО-ла батырҙарса һәләк булған ошо ауыл егеттәре Рәмил Сәғәҙәтов, Денис Моталлапов, Данил Оморҙаҡов һәм Эдик Иҙрисов иҫтәлегенә Герой парталары асылған. Ошонда уҡ Афғанстанда, Чечня Республикаһында хәрби бурысын үтәгән, әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан батыр ир-егеттәр тураһында стенд та эшләнгән.

Фотолар: Үрге Таулыҡай мәктәбенән. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!      

Изге эштән балалар ҙа ситтә ҡалмай
Изге эштән балалар ҙа ситтә ҡалмай
Изге эштән балалар ҙа ситтә ҡалмай
Изге эштән балалар ҙа ситтә ҡалмай
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас