Заманса ремонт эшләнгән махсус хәрби операциялағыларға ярҙам итеү үҙәгендә яугирҙәр, уларҙың яҡындары, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Яҡты бүлмәгә ингәс, тейешле кәйеф барлыҡҡа килә: бында килгән һәр кем үҙен хөрмәт итеүен, ҡәҙерләүен, яҡлауын, хәстәрлекте, ярҙамды тойһон өсөн барыһын да эшләүҙәрен аңлай.
Мәләүез районы Ҡыҙрай ауылында йәшәүсе Венера Мәсәғүтованы ла социаль координаторҙар һәр саҡ яҡшы йөҙ менән ҡаршы ала. Махсус хәрби операцияға контракт буйынса киткән улы Альберт Таһиров былтыр батырҙарса һәләк булған. Ул ауыл хужалығын үҙ иткән, йәштән алдынғы комбайнсы булған атаһы менән “Арыҫлан” совхозында комбайнда эшләргә өйрәнгән, “Иҙел” агрофирмаһында иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем ялан-баҫыуҙан ҡайтып инмәгән, һуңғараҡ иретеп йәбештереүсе булып та эшләгән.
Былтыр декабрь айында һуңғы юлға оҙатҡандар. “Түләүҙәре ваҡытында килде, балаларына тигеҙ итеп бүлеп бирҙем. Һәләк булғандарҙың ата-әсәһенә ял йортона юллама ла бирәләр. Һайлап алыу мөмкинлеге бар”, - ти апай, улы тураһында яҡты иҫтәлеге менән уртаҡлашып.