Башҡортостанда махсус хәрби операцияла яраланып ҡайтҡан яугирҙәрҙе һауыҡтырыу һәм реабилитациялау өсөн күп эштәр башҡарыла. 21 медицина учреждениеһы 2028 йылға тиклем федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә дөйөм суммаһы 600 миллион һумлыҡ заманса реабилитация ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ. Был “Һаулыҡты тергеҙеү өсөн оптималь медицина реабилитацияһы” федераль проекты сиктәрендә мөмкин буласаҡ. Ошо хаҡта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һөйләне.
Министр республикала хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе тулы ҡиммәтле тормошҡа ҡайтарыуға йүнәлтелгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы комплекслы реабилитациялау буйынса системалы эш төҙөлөүе хаҡында һөйләне. Айрат Рәхмәтуллин һүҙҙәренсә, медицина реабилитацияһы республиканың бөтә медицина округтарында стационар, шулай уҡ амбулатор-поликлиника шарттарында үткәрелә.
Системаның мөһим звеноһы булып республика һуғыш ветерандары клиник госпиталенең консультация-координация үҙәге тора. Бында белгестәр ойоштороу-методик ярҙам күрһәтә һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙы дауалауҙы координациялай.
Министр аңлатыуынса, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы медицина реабилитациялауының төп бурыстары — яраларҙан һуң комплекслы тергеҙеү, дауалауҙы төҙәтеү өсөн федераль үҙәктәрҙә консультациялар биреү. Һәр яугир өсөн психотерапевтик реабилитация һәм ярҙам программаһы, шулай уҡ оҙайлы ваҡытҡа индивидуаль реабилитация программаһы эшләнә.
– Беҙ ауыр яралары һәм тотороҡло етешһеҙлектәре булғандарҙы көнкүрештә функциональ бойондороҡһоҙлоҡҡа өлгәшәүен тәьмин итәбеҙ, шулай уҡ социаль һәм хеҙмәт эшмәкәрлегенә әҙерлек алып барабыҙ, — тине Айрат Рәхмәтуллин.
Һуғыш ветерандарының Республика госпитале лә ҙур бурысты үтәй, ул 2025 йылда Рәсәйҙә МХО-ла ҡатнашыусыларға медицина реабилитацияһын ойоштороу буйынса иң яҡшы ойошма тип танылды. Ошо ваҡыт эсендә был медицина учреждениеһында 5,5 мең самаһы МХО яугире амбулатор дауалау алған, 2,5 мең кеше стационар шарттарҙа дауаланған, 1,5 мең яугир реабилитация үткән. Уларҙың күбеһе хеҙмәтен дауам итеү өсөн фронтҡа ҡайта.
Шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыларға психологик торошон тергеҙеү талап ителә. Был мәсьәлә буйынса республика клиник психотерапия үҙәге эшләй. Уның базаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын психологик реабилитациялау буйынса махсуслаштырылған Үҙәк булдырылған. Тәүлек әйләнәһенә ышаныс телефоны эшләй.
Киләсәктә Башҡортостанда “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды, хәрби-табип экспертизаһы үҙәге һәм республиканың хәрби комиссариаты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек дауам итәсәк.
– Дауалау процесы заманса реабилитация технологияларына ярашлы һәм профилле милли медицина тикшеренеү үҙәктәре менән тығыҙ бәйләнештә ойоштороласаҡ, – тине Айрат Рәхмәтуллин.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.