Бөтә яңылыҡтар

Иглин районы 59-сы гуманитар ылауҙы алып барҙы

Ксения әйтеүенсә, яҡташтарының нисек йәшәүен һәм һуғышҡанын үҙ күҙҙәре менән күрергә булған.

Иглин районы 59-сы гуманитар ылауҙы алып барҙы
Иглин районы 59-сы гуманитар ылауҙы алып барҙы

Иглин районының ирекмәндәре 59-ы гуманитар йөктө алып барып тапшырҙы.

Был ҡатмарлы эшкә үҙенең аҡсаһын һалған, йыйған, һатып алған, төргән һәм координациялаған һәр кемгә рәхмәт. Егеттәргә гуманитар ярҙамды ике микроавтобуста, “КамАЗ”да “Газель”дә, тағылмалы “УАЗ”да алып барҙылар, – тине Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова.

Гуманитар ылауҙы алып барыусылар араһында “Иглинские вести” район гәзите хәбәрсеһе Ксения Аноцкая ла бар. Ул МХО-ға “Лебедь” позывнойлы яугирҙе – атаһын күрергә, шулай уҡ, Ксения әйтеүенсә, яҡташтарының нисек йәшәүен һәм һуғышҡанын үҙ күҙҙәре менән күрергә барған. Сәфәр йомғаҡтары буйынса Ксения “Иглинские вести” гәзитенең киләһе һанында баҫылып сығасаҡ мәҡәлә әҙерләй.

Фото: Гүзәл Насированың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Иглин районы 59-сы гуманитар ылауҙы алып барҙы
Иглин районы 59-сы гуманитар ылауҙы алып барҙы
Иглин районы 59-сы гуманитар ылауҙы алып барҙы
Иглин районы 59-сы гуманитар ылауҙы алып барҙы
Иглин районы 59-сы гуманитар ылауҙы алып барҙы
Иглин районы 59-сы гуманитар ылауҙы алып барҙы
Иглин районы 59-сы гуманитар ылауҙы алып барҙы
Иглин районы 59-сы гуманитар ылауҙы алып барҙы
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас