Бөтә яңылыҡтар

МХО башланғандан яугирҙәребеҙгә ылау ташый

 Уға Хәрби хәрәкәттәр төркөмө ир-егеттәре “Škoda Octavia” еңел автомобилен һатып алыуҙа ярҙам иткән.

МХО башланғандан яугирҙәребеҙгә ылау ташый
МХО башланғандан яугирҙәребеҙгә ылау ташый

Бөрйән районынан хәбәр итеүҙәренсә, район ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиевкә райондағы Хәрби хәрәкәттәр төркөмө ир-егеттәре “Škoda Octavia” еңел автомобилен һатып алыуҙа ярҙам иткән. Ул махсус хәрби операция башланғандан алып гуманитар ылау йыйыуҙы ойоштороу менән әүҙем шөғөлләнә, гуманитар йөктө яугирҙәргә оҙатып бара, шулай уҡ Ватан һағында торған яҡташтары менән даими бәйләнештә.

 – Хөрмәтле ир-егеттәр – хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ир-уҙамандарыбыҙ! Мине ололап, хөрмәт итеп, “тимер ат”ҡа атландырыусы егеттәр! Һеҙгә шәхсән үҙемдең, ғаиләмдең һәм үҙем етәкләгән район ветарандар советы исеменән оло рәхмәтемде белдерәм. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай – ошо ғәмәлегеҙ менән һеҙ мине яңы эштәргә ҡанатландырҙығыҙ, хатта яуаплылыҡ өҫтәнегеҙ. Изге айҙағы изге эшегеҙҙең Аллаһы Тәғәлә сауаптарын насип итһен. Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге, иман байлығы, ҡыуаныс-бәрәкәт теләйем. Яу ҡырында ир-егетлек бурысын үтәп йөрөүселәргә тыуған яҡтарына иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуҙарын, тылда тир түгеүселәргә именлек-һаулыҡта эшләп йөрөргә, ә хаҡлы ялдағыларға оҙон-оҙаҡ йылдар пенсияларының мәнфәғәтен күрергә яҙһын. Һеҙҙең ярҙам менән алынған машина яугирҙәребеҙгә, уларҙың ғаиләләренә, дөйөм алғанда, район халҡына хеҙмәт итеүҙе еңеләйтеүсе сара булһын, – тине ул, МХО-ла хеҙмәт иткән егеттәргә рәхмәт белдереп.

Үҙҙәре алғы һыҙыҡта булһа ла район тормошона битараф булмаған, төрлө саралар үткәреүгә лә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеп торған изге йөрәкле, илһөйәр Бөрйән егеттәренә “Афарин!” тип әйтергә генә ҡала. Иң мөһиме – үҙегеҙ имен-һау Еңеү менән ҡайтығыҙ!

Фото: “Таң” гәзите.

 

Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас