Бөтә яңылыҡтар
Барыһы ла Еңеү өсөн
2 Апрель , 18:15

Һуғыш ветерандары өсөн яңы госпиталь төҙөләсәк

Өфөлә һуғыш ветерандары госпитален төҙөү хаҡы 28 миллиард һумға баһалана.  

Һуғыш ветерандары өсөн яңы госпиталь төҙөләсәк
Һуғыш ветерандары өсөн яңы госпиталь төҙөләсәк

Өфөлә һуғыш ветерандары госпитален төҙөү хаҡы 28 миллиард һумға баһалана. Госпиталь төҙөлөшө проекты дәүләт экспертизаһын үткән, хәҙер проектты финанслау мәсьәләләре хәл ителә.

Төҙөлөш урыны һайланған да инде, дәүләт экспертизаһы был проектҡа ыңғай һығымта яһаған. Госпиталдә 400 урын бар, ә поликлиникаға 300 кеше йөрөйәсәк.  Республика госпиталь төҙөлөшөнә дөйөм сумманан 3,7 миллиард һум бүлеүҙе планлаштыра, сумманың ҡалған өлөшөн Башҡортостан федераль ҡаҙнанан йәлеп итергә иҫәп тота. Проектты ике-өс йыл эсендә тормошҡа ашырырға ниәтләйҙәр.

Бындай бурысты бер нисә йыл элек Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡуйғайны. Төбәк етәксеһе шулай уҡ медицина үҙәген төҙөү мәсьәләһен Рәсәй Президенты Владимир Путин менән яраштырҙы, проект уның хуплауын алды.

БР Йәмәғәт палатаһының һаулыҡ һаҡлау буйынса комиссияһы рәйесе Диана Фарахова алдағы йылдарҙа проектты тормошҡа ашырыу ҡарарын бик ваҡытлы һәм мөһим тип атай.

“Ветерандар госпиталенең төп корпусы хәҙерге мәлдә боронғо бинала урынлашҡан, унда заманса мөхит булдырыу мөмкин түгел: бейеклек үҙгәреүсән коридорҙар күп, был ҡолау хәүефе тыуҙыра. Ә бит пациенттар араһында - йәрәхәтләнгән кешеләр, ололар, ветерандар һәм инвалидтар күп. Пациенттар ҙа, медицина персоналы ла дауалау һәм эшләү өсөн лайыҡлы һәм уңайлы шарттарға лайыҡ. Яңы бина мөмкин тиклем тиҙерәк төҙөләсәк, тип ышанам", — ти ул.

Фото: БР Йәмәғәт палатаһы.

Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас