Беҙҙең ярҙам Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ

Беҙгә алғы һыҙыҡта хәрби бурыстар үтәгән хәрби хеҙмәткәрҙәр килде. Улар буш ҡул менән китмәйәсәк

Беҙҙең ярҙам Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итер, тип ышанабыҙБеҙҙең ярҙам Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ
Беҙҙең ярҙам Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ

Белорет районы махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылауҙы әҙерләне.

– Ысын күңелдән һеҙгә рәхмәт әйтергә теләйем. Һеҙҙең битараф булмауығыҙ һәм хеҙмәтегеҙ һөҙөмтәһендә беҙ яңынан етди гуманитар йөк йыйып, махсус хәрби оперцияға ярҙам әҙерләнек.

Беҙгә алғы һыҙыҡта хәрби бурыстар үтәгән хәрби хеҙмәткәрҙәр килде. Улар буш ҡул менән китмәйәсәк. Бөтә район халҡының берлектәге тырышлығы менән беҙ дүрт “КамАЗ”ды ағас материалдары менән тултырҙыҡ: таҡта, брус, бүрәнә. Быларҙың барыһы ла позицияларҙы һәм блиндаждарҙы һәм башҡа оборона ҡоролмаларын төҙөкләндереү өсөн бик кәрәк.

“Белкан” предприятиеһына һәм уның етәксеһе Станислав Андреевич Куловскийға айырым рәхмәт. Улар ҡорос арҡан, канат бирҙе. Бындай әйберҙәр унда көн һайын кәрәк: эвакуация, техниканы ремонтлау, көнкүреш ҡоролмалары өсөн. Яугирҙәрҙең бөгөнгө ихтыяждарын аңлауығыҙ өсөн рәхмәт.

Тиҙҙән хәрби хеҙмәткәрҙәр кире юлға сыға. Улар беҙҙең район йыйған ярҙамды яҡташтарыбыҙға тапшырасаҡ. Яугирҙәргә ебәрелгән һәр таҡта, һәр брус ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалырға һәм Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ. Эше, матди һәм материалдар менән ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт. Бергә – беҙ көс! – тине Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов.

Фото: скриншот.

 

Беҙҙең ярҙам Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ
Беҙҙең ярҙам Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ
Беҙҙең ярҙам Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ
Беҙҙең ярҙам Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ
Беҙҙең ярҙам Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ
Беҙҙең ярҙам Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас