Социаль гарантиялар юғары

Юғары баш командующий Владимир Путин һәм оборона министры Андрей Белоусов ҡарары буйынса ойошторолған яңы элиталы ғәскәрҙәр төрө –  пилотһыҙ системалар ғәскәрен булдырыу уҙған йылдың өсөнсө кварталында тамамланды.

Социаль гарантиялар юғарыСоциаль гарантиялар юғары
Социаль гарантиялар юғары

Юғары баш командующий Владимир Путин һәм оборона министры Андрей Белоусов ҡарары буйынса ойошторолған яңы элиталы ғәскәрҙәр төрө –  пилотһыҙ системалар ғәскәрен булдырыу уҙған йылдың өсөнсө кварталында тамамланды.

БПЛА подразделениелары сафында хеҙмәт менән ҡыҙыҡһынған осраҡта, мөһим мәғлүмәтте башбат.рф сайтында, шулай уҡ 122 телефоны буйынса белергә мөмкин.

Пилотһыҙ ғәскәрҙә хеҙмәт итеүселәрҙең бурысы – яуҙағы хәрәкәт барышын күҙәтеү, ерҙәге пунктҡа мәғлүмәттәрҙе аныҡ ваҡытта еткереү, хәрби һөжүм, ракета ғәскәрҙәре утына дөрөҫ йүнәлеш биреү, ялған маҡсаттар булдырып, дошмандың иғтибарын ситкә йәлеп итеү, бәйләнеште ретрансляциялау һ.б.  Шул уҡ ваҡытта, БПЛА операторҙары өсөн хәүефһеҙлек кимәле юғары. Уларҙың хеҙмәте алғы һыҙыҡтан алыҫта бара.

Шулай уҡ РФ Оборона министрлығы һығылмалы хеҙмәт сроктарын тәҡдим итә. Контракт бер йылға төҙөлә, был хеҙмәт үҙенсәлектәрен баһаларға мөмкинлек бирә. Артабан хәрби артабанғы хеҙмәттән баш тарта йәки яңы контракт төҙөй ала.

Яугирҙәргә һөнәрен һаҡлап ҡалыу гарантиялана. Илдең Оборона ведомствоһы менән контрактҡа ҡул ҡуйған хәрби хеҙмәткәрҙе уның ризалығынан тыш БПЛА менән идара итеүгә бәйле булмаған башҡа һөнәргә йәки ғәскәрҙәрҙең икенсе төрөнә күсерергә ярамай.

БПЛА өлкәһендә контрактҡа ҡул ҡуйыусылар тулы социаль пакет ала. Был ҡануниәттә ҡаралған бөтә түләүҙәргә, льготаларға һәм социаль гарантияларға ҡағыла. Бынан тыш, студенттарға махсус шарттар ҙа бар. Юғары уҡыу йорттарында уҡыусылар контракт төҙөргә, академик отпуск алырға, ә хеҙмәттән һуң бюджеттағы уҡыу урынына кире ҡайтырға хоҡуҡлы.

Һөҙөмтәлелек өсөн дә өҫтәмә түләү бар. Дошманға уңышлы һөжүм итеүселәргә 50 меңдән 500 мең һумға тиклем түләү ҡаралған.

Фото: iz.ru.

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас