+10 °С
Облачно


Өфө районы хакимиәтенә “Фермер” позывнойлы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының үтенесе килгән. Хәрби хеҙмәткәр муниципалитет хакимиәте башлығы Николай Ельниковтан подразделениеға махсус тәғәйенләнештәге ҡорамалдар менән ярҙам итеүен һорай.
Яугирҙең үтенесе үтәлә. Ошо көндәрҙә хакимиәткә “Фермер”ҙың ҡатыны килә. Эштәр идарасыһы Рәфис Рахманҡолов уға FPV-дрондарҙың оптик сүстәрен уратыу өсөн станок тапшыра.
Яҡын арала кәрәкле ҡорамалдар махсус хәрби операция биләмәһенә ебәреләсәк.