Ветерандар менән эшләүҙә - улар төп терәк

Башҡортостандың МХО Ветерандары ассоциацияһының иң яҡшы тәжрибәләре ил төбәктәрендә таратыла

Ветерандар менән эшләүҙә - улар төп терәкВетерандар менән эшләүҙә - улар төп терәк
Ветерандар менән эшләүҙә - улар төп терәк

Башҡортостанда махсус хәрби операция Ветерандары ассоциацияһында 2 300 кеше иҫәпләнә. Был хаҡта бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә МХО Ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов хәбәр итте.

– Беҙҙең ойошма икенсе йыл эшләй. Беҙ системалы эшмәкәрлеккә сыҡтыҡ һәм МХО ветерандарын туплауҙың, уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлауҙың һөҙөмтәле ҡоралына әйләндек, – тип билдәләне Оскар Ситдиҡов. – Республиканың һәр муниципалитетында башлыҡ кәңәшсеһе статусында беҙҙең вәкил эшләй.

Республиканың МХО Ветерандары ассоциацияһының төп ҡаҙаныштары араһында бушлай консультациялар, шул иҫәптән күсмә консультациялар үткәреү өсөн юридик штаб булдырыу, ветерандарҙы диспансерлаштырыу һәм психологик тикшереү маршрутын әҙерләү. Өфөнөң һәм Мәскәүҙең алдынғы юғары уҡыу йорттары менән берлектә һөнәри ҡайтанан әҙерләү программалары эшләй башланы.

– 2026 йылдың февралендә Өфө МХО Ветерандары ассоциацияһының Бөтә Рәсәй йыйылыштарын ҡабул итте. Төбәк бүлексәләре етәкселәре, федераль эксперттар, бөтә илдән профилле министрлыҡ вәкилдәре Рәсәйҙә ветерандар хәрәкәтен үҫтереү стратегияһын тикшерҙе, – тине Оскар Ситдиҡов. – Башҡортостан тәжрибәһе юғары баһаланды һәм башҡа төбәктәрҙә таратыу өсөн нигеҙ итеп алынды.

Йәмәғәт ойошмаһының 2026 йылға пландарында – Нефтекамала, Стәрлетамаҡта, Белоретта, Туймазыла һәм Өфө районында зона семинарҙары, “Өфө – Шайморат” Еңеү автоуҙышы, “Ғаилә һабантуйы”, “Ҙур ғаилә уйындары” саралары, “Өмөт ептәре” хәйриә йәрминкәһе һәм “Ватанға хеҙмәт итәм” республика форумы.

Оскар Ситдиҡов шулай уҡ бер нисә тәҡдим әйтте. Һүҙ иҡтисадтың реаль секторы предприятиелары менән партнерлыҡ аша ветерандарҙы эшкә урынлаштырыу программаһын масштаблау, республиканың бөтә мәктәптәренә “Инфощит” дәрестәрен индереү, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү үҙәктәрендә Ассоциация вәкилдәренең эш кабинеттарын йыһазландырыу хаҡында бара.

Радий Хәбиров республиканың МХО Ветерандары ассоциацияһына яҡшы эше өсөн рәхмәт әйтте һәм Башҡортостандың ветерандар хәрәкәтен координациялау федераль үҙәктәренең береһе ролен нығытыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Ойошманың структур формалашыуын күрәбеҙ. Муниципалитет етәкселәренә мөрәжәғәт итәм – улар МХО яугирҙәре менән эшләү буйынса беҙҙең төп партнерҙар, – тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан Башлығы. – Урындағы ассоциация вәкилдәре муниципаль структураға инергә, эш урыны менән тәьмин ителергә һәм, әлбиттә, кәрәкле ҡарарҙарҙы тиҙ арала ҡабул итеү өсөн даими рәүештә башлыҡтар менән осрашырға һәм аралашырға тейеш.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас