

Республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының II пленумында “Ҡаһарманлыҡ һәм профессионализм өсөн” һәм “Фронтҡа ярҙам өсөн” мизалдарын тапшырҙылар. Унда МХО биләмәһендә булғандар һәм тылда ярҙам иткәндәр билдәләнде.
– Олатайым һуғышта ҡатнашҡан, атайым – хәрби кеше. Мине лә шулай Тыуған илде һаҡларға кәрәк тип тәрбиәләнеләр. Санитар инструкторы булып эшләнем – яугирҙәрҙе беренсе медицина ярҙамын күрһәтергә өйрәттем, яралыларҙы эвакуацияларға ярҙам иттем. Яраны дөрөҫ бәйләү ғүмерҙе ҡотҡара, – ти Республика дезинфекциялау үҙәгенең медицина дезинфекторы Сергей Ряховский.
Башҡортостан Мотлаҡ медицина страховкалауы төбәк фондының беренсел профсоюз ойошмаһы рәйесе Наталья Петрова Донецкиҙа хәрби госпиталдә ирекмән булып эшләгән, яраланған яугирҙәргә ярҙам иткән. Бының өсөн ул шәфҡәт туташтары курсын тамамлаған һәм үҙенең отпуск ялында ярҙам итергә юлланған.
Өфөләге 8-се стоматология поликлиникаһының профсоюз комитеты рәйесе Илмира Имаева биш йылдан ашыу “Благодать” хәйриә фонды эшендә әүҙем ҡатнаша. Ҡасандыр фонд уның ғаиләһенә ярҙам иткән, хәҙер үҙе башҡаларға изгелек ҡыла.
– Был – минең өсөн файҙалы булыу һәм изгелек ҡылыу мөмкинлеге, – ти ул.
Наградаға лайыҡ булыусылар араһында Республика клиник фтизиопульмонология үҙәгенең баш табибы Шамил Булатов бар ине. Ойошмала яугирҙәребеҙгә ярҙам ойошторолған: хеҙмәткәрҙәр маскировка селтәрҙәрен үрә һәм яугирҙәребеҙгә һаҡланыу костюмдарын тегә.
Наградаларға лайыҡ булған медицина хеҙмәткәрҙәренең барыһын да махсус хәрби биләмәһендә булғандарға ярҙам итеү теләге берләштерә. Уларҙың хеҙмәте лә ябай ғәмәл түгел, ә тотош миссия.
Фото: БР Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!