Еңеүгә лә күп ҡалмаған

Бөгөн аталы-уллы махсус хәрби операцияла илебеҙҙе дошмандан һаҡлай.

Еңеүгә лә күп ҡалмағанЕңеүгә лә күп ҡалмаған
Еңеүгә лә күп ҡалмаған

Өфө ҡалаһының Матбуғат йортонда махсус хәрби операциялағы "Башҡортостан" полкының "Журналист" позывнойлы һалдаты һәм "Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин" исемендәге мотоуҡсылар полкы командирының хәрби-сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары "Матур" позывнойлы офицеры менән онлайн матбуғат конференцияһы ойошторолдо.

Бындай һөйләшеү беренсе тапҡыр уҙғарылды һәм унда "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина, "Республика мәғлүмәт үҙәге" директоры Айнур Дәүләтбәков, нәшриәт йортоноң медиадиректоры Марсель Байдәүләтов, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов ҡатнашты.

Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙы быйыл март айында махсус хәрби операцияға барыуы, "Башҡортостан" полкында булыуы тураһында әйтте, артабан "Матур"ға үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе.

"Матур" сығышы менән Ульяновск ҡалаһынан. Ул тыныс тормошта "Газпром газ бүлеү" акционерҙар йәмғиәтендә участка начальнигы булып эшләгән. Әйткәндәй, Ватан һаҡсыһы ҡаты яраланып госпиталдә ятҡанда уның янына улы килеп, шулай уҡ Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөйәсәге хаҡында хәбәр иткән. Шулай итеп, бөгөн аталы-уллы махсус хәрби операцияла илебеҙҙе дошмандан һаҡлай. Ә ҡыҙы Мәскәүҙә эшләй, бәләкәс улы мәктәптә уҡый. Кәләше "Матур"ҙы өйҙә түҙемһеҙлек менән көтә. Ил һаҡсыһы рядовойҙан алып лейтенантҡа тиклем үрләгән.

– Беҙҙә төрлө милләт вәкиле бар, башҡорттар менән бер-беребеҙҙе ярты ҡараштан аңлап торабыҙ, – тине "Матур". – Һалдаттар берҙәм, бер-береһенә теләктәшлек күрһәтә.

"Журналист" билдәләүенсә, Башҡортостан даими рәүештә гуманитар ярҙам ебәреп тора, бәйләнеш бер ваҡытта ла өҙөлгәне юҡ. Ул ярҙам иткәндәре өсөн барыһына ла сикһеҙ рәхмәтен еткерҙе.

Һөйләшеүҙән шуны аңланыҡ – Ватан һаҡсыларының кәйефе күтәренке, Еңеүгә ышаныстары көслө. "Бындай аралашыуҙы киләсәктә лә ойошторайыҡ", тип таралышты унда ҡатнашыусылар.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас