"Ахмад" БПЛА операторҙарының мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды

Хәрби бурыстарҙы "Ахмад" БПЛА-ның өлкән операторы булараҡ башҡара. Уның иҫәбендә бер нисә тиҫтә, бәлки унан да күберәк, уңышлы үтәлгән заданиелар бар.

"Ахмад" БПЛА операторҙарының мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды"Ахмад" БПЛА операторҙарының мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды
"Ахмад" БПЛА операторҙарының мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды

Махсус хәрби операция яугире "Ахмад" БПЛА операторҙарының мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Октябрьскийҙан "Ахмад" позывнойлы сержант махсус операция зонаһында хеҙмәт иткәнгә тиклем ашнаҡсы булып эшләй. Ул Оборона министрлығы менән 2023 йылда килешеү төҙөй һәм хәҙер "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге батальонында хеҙмәт итә.

Хәрби бурыстарҙы "Ахмад" БПЛА-ның өлкән операторы булараҡ башҡара. Уның иҫәбендә бер нисә тиҫтә, бәлки унан да күберәк, уңышлы үтәлгән заданиелар бар. Яугир үҙенең батырлыҡтары тураһында һөйләргә яратмай. Уның уйҙары күберәк тыуған яҡ, ғаиләһе, Тыуған ил тураһында.

Өс йыл алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән ваҡытта "Ахмад" бер нисә тапҡыр яралана. Әммә дауаланғандан һуң һәр ваҡыт хәрби иптәштәре һәм хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн сафҡа ҡайта. Һәм ул, махсус операцияның тәүге ваҡытында Рәсәй армияһы традицион көрәш төрҙәренә, йәғни, артиллерияға, бронетехникаға, авиацияға иҫәп тотоуын билдәләй. Уларҙың роле әле лә мөһим, был Рәсәй Оборона министрлығының көндәлек мәғлүмәттәренән күренә. Әммә, шулай уҡ, БПЛА операторҙарының эше беренсе планға сығыуы ла асыҡ. Был турала илдең оборона ведомствоһы отчеттары ла һөйләй.

- Рәсәй хәрбиҙәре пилотһыҙ осоу аппараттары менән эште уңышлы үҙләштерә. Башта үҙаллы уҡыйҙар, һуңынан тәжрибәле инструкторҙар етәкселегендә полигондарҙа әҙерлек үтә. Әммә шулай ҙа, тәжрибә алғы һыҙыҡта туплана. Хәҙерге дроноводтар әҙерлеклерәк килә. Улар йәшерәк тә, реакцияһы ла тиҙерәк. Әммә был һүҙем менән, бер нисек тә, бер нисә йыл элек бәләкәй күк йөҙөн яулаған яугирҙәрҙең кимәлен төшөрмәйем. Әммә пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрен булдырыу — яңы алым, яңы үҫеш. Беҙҙең сафтарҙы гаджеттар, компьютерҙар һәм башҡа шундай ҡорамалдар менән бай тәжрибәгә эйә булған йәш белгестәр тулыландыра. Тәжрибә һәм йәшлек бер-береһен тулыландыра, дөрөҫөрәге. Һөҙөмтәлә, махсус хәрби операция  маҡсаттарына өлгәшеү өсөн эштәр яйға һалынған, - тип уртаҡлашты "Ахмад".

Әйткәндәй, Башҡортостанда яңы ғәскәр йыйыу эше дауам итә. Әлеге ваҡытта пилотһыҙ системалар операторҙарына саҡырыу әүҙем бара. Был 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәр өсөн төп йүнәлеш. Шулай уҡ 45 йәшкә тиклемге водителдәр, саперҙар, ашнаҡсылар кеүек хәрби-иҫәп һөнәрҙәренә кандидаттар ҙа ҡарала.

Сығанаҡ һәм фото: "Башинформ".

Беҙҙеҙ МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас