

Баймаҡ районының батыр улдарының береһе, "Айджи" позывнойлы яугир Артур Ғәҙелшинде күптәр үҙе сығарған йырҙары аша яҡшы белә. Бөйөк Еңеү байрамы алдынан Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов батыр яугирҙең әсәһенә орден тапшырҙы.
"Был мөһим көндә мин һалдат Артур Ғәҙелшиндең әсәһенә тәрән ихтирам менән махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн генерал Шайморатов орденын тапшырҙым.
Артур ысын яугир генә түгел, талантлы ла ине. Уның "Башҡортостан егеттәре" йыры махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн гимнға әйләнде. Уны балалар ҙа, өлкәндәр ҙә йырлай, районыбыҙҙа бер ниндәй ҙә патриотик сара ла ошо йырһыҙ үтмәй.
Хөрмәтле Сәрүәр Сәлим ҡыҙы, был орденды улығыҙ тураһында тәрән рәхмәт һәм мәңгелек хәтер билдәһе булараҡ ҡабул итегеҙ. Ул уның үлемһеҙ батырлығы символына әүерелһен, ә уның йырҙары, яңы быуындарҙы Тыуған илен һаҡлауға илһамландырып, мәңге яңғыраһын!"- тип яҙған район башлығы Азамат Иҙрисов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә.
Артурҙың йырҙары ла, үҙе лә халыҡ күңелендә мәңге йәшәр!
Сығанаҡ: Азамат Иҙрисовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.