

"Башҡортостан геройҙары" кадрҙар программаһы финалсылары Дмитрий Смирнов һәм Рифат Хужағәлиев Мәскәүҙә ойошторолған Төбәктәрҙең кадрҙар программаларында ҡатнашыусылар форумында булған. Сара РАНХиГС-тың “Сенеж” идаралыҡ оҫтаханаһында үткән. Был хаҡта "Башҡортостан геройҙары"ның рәсми сәхифәһендә хәбәр ителә.
Рәсәйҙең төрлө яҡтарынан килгән коллегалары менән бергә улар Ватанға тоғролоғон фронтта иҫбатлаған кешеләрҙе йыйған ҙур сарала булыу мәртәбәһенә өлгәшкән. 108 ҡатнашыусы араһында биш Рәсәй Геройы, шул иҫәптән яҡташыбыҙ Денис Чернавин; шулай уҡ 78 Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры, 41 “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнеүсе булған.
Форумда РФ Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко, РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко, РФ Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский, РФ Президенты Хакимиәте идаралығы начальнигы Александр Харичев, Симферополь һәм Ҡырым митрополиты Тихон менән лекциялар һәм осрашыуҙар үткән.
– Республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән башланған “Башҡортостан геройҙары” программаһы – ысынлап та, ярҙам иткән социаль лифт. Беҙ, МХО ветерандары, Президент академияһында белем алып, тыуған яҡты үҫтереү өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөбөҙгә алырға әҙер. Артабан эшләүҙе дауам итәбеҙ! Еңеү беҙҙең яҡта булыр – фронтта ла, тыныс тормошта ла, – тип фекерен уртаҡлашҡан сәфәрҙән һуң финалсылар.
Форум йәнле диалог, тәжрибә уртаҡлашыу һәм федераль стандарттарҙы төбәк бурыстары менән берләштереү майҙансығына әйләнгән. «Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашыусылар алған белемдәрен ғәмәлдә, республика һәм ил мәнфәғәтендә, ҡулланырға әҙер.
Сығанаҡ: vk.com/geroi_bashkortostana