

Айгөл Заһиҙуллина – “Ферзь” позывнойлы хәрби табип. Ул – хирург, невролог, хәрби-табип комиссияһы табибы, реабилитолог. Ике йыл эсендә Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары биләмәһендәге биш госпиталдә эшләп өлгөргән.
Быйыл Ватанды һаҡлаусылар көнөндә уға республика Башлығы Радий Хәбиров юғары награда – Генерал Шайморатов миҙалын тапшырҙы.
– Минең өсөн был награда айырыуса ҡәҙерле, сөнки ул бөтә республика өсөн батырлыҡ символына әүерелгән шәхестең исемен йөрөтә, – ти Айгөл.
Хәрби табиптың иңендә – йөҙҙәрсә ҡотҡарылған ғүмерҙәр, һуғыш шарттарында, төрлө госпиталдәрҙә уңышлы яһалған операциялар. Үҙе ҡотҡарған һәр яугир менән бергә ҡыуана. Уларҙың барыһы ла Айгөлдөң МХО-ла күргән-кисергәндәре тураһында яҙған китабының геройҙарына әйләнгән. Был китап “Ферзь” – үҙ күҙҙәрең менән” тип атала.
Айгөлдөң хыялы – "Ферзь" тип аталған күп функциялы халыҡ-ара реабилитация һәм тергеҙеү медицинаһы үҙәге асыу. Хәҙер ҡыҙ өсөн был - тормоштағы төп маҡсаттарының береһе.
Фото: А. Заһиҙуллинаның шәхси альбомынан.
Сығанаҡ: https://dzen.ru/a/aZmh8ouKNzrA9LEh#tl__eeto_front_kak_bashkiriya_pomogaet_s
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!