

Бөрйән районының Тимер ауылында тыуып үҫкән “Шах” позывнойлы яугир ағаһы Искәндәр менән бергә фронтҡа китә. 2024 йылда улар бергә хеҙмәт итеү өсөн “Бүреләр” разведка-штурм бригадаһы менән контракт төҙөй. Соледар янында уларҙың төркөмө дошман позицияларын ала, тик үҙҙәре дрондар һөжүме аҫтына эләгә. Искәндәр ҡаты яралана һәм “Шах” ҡулында һәләк була.
Эргәгә генә “Вог” килеп төшә, тик шартламай. “Моряк” позывнойлы яугир уны алып ситкә ырғытып өлгөрә. ”Шах” һәләк булған туғанының кәүҙәһен йәшерә һәм яу яланынан 15 яралыны алып сыға. Иртәгәһенә Искәндәрҙе алырға килеп, иптәше менән ике көн буйына уны алғы һыҙыҡтан сығарырға тырышалар.
Яңы һөжүм ваҡытында “Шах” ауыр яралана, аңын юғалта, уны һәләк булған тип уйлайҙар. Аңына килгәс, үҙе тәненән ярсыҡты тартып ала, яраны бәйләй һәм блиндажға йәшенә. Һигеҙ көн буйы ул бер үҙе йәшәргә, бирешмәҫкә тырыша. Туғыҙынсы көндә дрон осоп килеп шартлай, блиндаж емерелеп төшкәнсе “Шах” саҡ-саҡ шыуышып сығып өлгөрә.
Өс төн буйына ул хеҙмәттәштәре эргәһенә шыуыша, көндөҙ йәшеренә. Дүртенсе көндә уны табалар. Госпиталдә дауаланғандан һуң ул йәнә алғы һыҙыҡҡа әйләнеп ҡайта. “Шах” яу яланында бөтәһе 19 хеҙмәттәшен үлемдән ҡотҡара.
– Мин доға уҡый башланым, элек бер ҙә уның көсөнә ышанмай торғайным. Хәҙер мин шуны аңланым: һуғышта доғаһыҙ иҫән ҡалып булмай. Ағайым хәҙер минең өсөн дә доға уҡый, мин быны тоям. Мин уның өсөн дә һуғышасаҡмын, – ти яугир.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.
Фото: шәхси архивтан.