

Яҡташыбыҙ Руслан Рамаҙанов – 20-се дөйөм ғәскәри армияһының мотоуҡсылар полкы пулеметсыһы. Бер алышта рядовой Рамаҙанов дошмандың штурмға ҡамасаулаған ут нөктәһен асыҡлай һәм юҡ итә.
Һуңынан баҫып алынған позицияны тикшерә, яраланған иптәшенә ярҙам итә, дошманға пулемет уты яуҙырып, эвакуация төркөмөн һаҡлай һәм терәк пункттарҙы штурмлауҙы дауам итә. Руслан Рамаҙановтың уйлап эшләнгән ғәмәлдәре арҡаһында дошман байтаҡ юғалтыу кисерә. Беҙҙең хәрбиҙәр араһында юғалтыуҙарға юл ҡуйылмай.
Батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн Руслан Рамаҙанов “Батырлыҡ өсөн”, II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн” һәм генерал Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнә.
Сығанаҡ һәм фото: "Башҡорт батальоны".