

Сығышы менән Бәләбәй районынан булған Ватан һаҡсыһы махсус хәрби операция башланып күпмелер ваҡыт үткәс, дошманға ҡаршы көрәш юлына баҫҡан.
– Яҡын туғандарым һәм дуҫ-иштәрем махсус хәрби операция биләмәһенә юлланғас, мин дә өйҙә тороп ҡала алманым, – тип һөйләй "Егорка" позывнойлы егет. – Рәсәй һынылышлы осорон кисерә, нисек итеп карауатта түҙеп ятмаҡ кәрәк! Юҡ, былай булмай, йөрәгем түҙмәҫ, тинем дә хәрби комиссариатҡа ашыҡтым.
Шулай итеп, Бәләбәй районы уҙаманы Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм бындай ышаныслы һәм ҡыйыу аҙым яһағанына тамсы ла үкенмәй.
– Махсус хәрби операция биләмәһендә, бигерәк тә алғы һыҙыҡта пилотһыҙ осоу аппараты менән төплө итеп эш итә белгәндәр кәрәк, – ти ил һаҡсыһы. – Мәҫәлән, беҙҙең взводта һәр һалдат тиерлек пилотһыҙ осоу аппаратын яҡшы белә.
Фото: скриншот.