

“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының хәрби-сәйәсәт эше буйынса командир урынбаҫары Александр Мельченко махсус хәрби операция зонаһында дрондарҙың тулыһынса һуғыш тактикаһын үҙгәртеүе хаҡында “Башинформ"дың хәрби хәбәрсеһенә һөйләне.
Әгәр махсус хәрби операцияның тәүге көндәрендә яугирҙәр дрондарҙың нимә икәнен белмәһә, хәҙер яңы техника бөтә ерҙә ҡулланыла. Уларҙың ярҙамында дошман нығытмалары, хәрби техника һәм тере көс юҡ ителә. Бынан тыш, урынды разведкалау, координаттарҙы һәм кадрҙарҙы тапшырыу өсөн ҡулланыла. Шуға күрә Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән егеттәр был яңы һөнәрҙе шунда уҡ үҙләштерә башлай.
“Башҡортостан” полкы Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә хәрби бурыстарҙы үтәй. Александр Мельченко әйтеүенсә, был фронттың иң яуаплы участкаларының береһе. Хәрби бурыстарҙы бында төрлө подразделениелар башҡарһа ла, алғы һыҙыҡта йышыраҡ пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары эшләй. Дроноводтар һуғыш линияһынан алыҫтараҡ урынлаша. Александр Мельченко әйтеүенсә, бер оператор 100 яугирҙе алмаштырырға һәләтле.
“Хәҙер техник хеҙмәтләндереү йәһәтенән тактика һәм конкуренция мөһим. Рәсәй ғәскәрҙәре лә, дошман да пилотһыҙ системаларға ҙур иғтибар бирә. Был йүнәлеш торған һайын әһәмиәтлерәк була бара. Беҙ базаны үҫтерәбеҙ, тәжрибә туплайбыҙ, оператор кадрҙарын әҙерләйбеҙ. Өҫтәүенә пилотһыҙ осоу аппараттарына ғына түгел, ә ерҙә файҙаланылыусы пилотһыҙ системаларға иғтибар бирелә.
Егеттәр яҡшы әҙерлек үтә, ҡуйылған бурыстарҙы үтәүҙә уңышлы файҙаланалыусы тейешле белемде ала. Дрон операторҙары сафында йәштәр кәрәклеген йәшермәйем. Уларҙың реакцияһы тиҙ, күҙҙәре үткер, тиҙ өйрәнәләр, йәһәт эләктереп алалар. Был ғәжәп тә түгел, хәҙерге заман йәштәре бындай әҙерлекте үткән дә инде. Йәғни улар компьютер уйындарын белә, тимәк, уларҙың реакцияһы шәп, моторикаһы яҡшы. Шуның менән бергә дроноводтар эше пульт менән идара итеү генә түгел. Улар ноутбукка һәм башҡа системаларға тоташтырыла белергә тейеш. Был эштәргә йәштәр тиҙ өйрәнә”, – ти полк командиры урынбаҫары.
Пилотһыҙ осоу аппараттары разведка һәм һөжүм итеү өсөн кәрәк, шулай уҡ аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм хәрби комплекттар илтеү өсөн файҙаланыла.
“Дрондарҙы файҙаланыу спектры киң, ижад итеү өсөн яңынан-яңы мөмкинлектәр асыла. Егеттәр пилотһыҙ системаларҙы ҡулланыуҙың яңынан-яңы ысулдарын таба. Был өлкә кадрҙар үҙәге һәм күп өлкәләрҙә эшмәкәрлек йүнәлеше булып тора. Беҙ тәжрибәбеҙ менән тылда урынлашҡан предприятиелар менән дә уртаҡлашабыҙ. Улар инициативаны эләктереп алырға әҙер”, – ти Александр Мельченко.
Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү тураһында чат-бот эшләй.
Телеграм-каналда “Башҡортостан” пилотһыҙ ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт” чат-боты асылды. Виртуаль ярҙамсы Рәсәй Ҡораллы Көстәренең пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт тураһындағы көнүҙәк һорауҙарға яуап алырға ярҙам итәсәк.
Уға тиклем контракт буйынса саҡырыу тураһында баш.бат.рф сайты яңыртылды. Махсус хәрби операция үткәреү зонаһында хеҙмәт итергә теләүселәр өсөн портал пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәренең өҫтөнлөктәре тураһында мәғлүмәт менән тулыландырылды.
Был төп өҫтөнлөктәрҙе ҡарап үтәйек. Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары өсөн юғары хәүефһеҙлек саралары ҡаралған. Уларҙың хеҙмәте алғы һыҙыҡтан алыҫ ерҙә үтә.
Оборона министрлығы һығылмалы хеҙмәт срогын тәҡдим итә. Контракт бер йылдан алып төҙөлә, был хеҙмәт үҙенсәлектәрен баһаларға мөмкинлек бирә. Хәрби кеше хеҙмәттән китә йәки яңы контракт төҙөй ала.
Яугирҙәргә белгеслектәрҙе һаҡлау гарантиялана. Хәрбиҙе, уның ризалығынан тыш, пилотһыҙ осоу аппараттары менән бәйләнмәгән башҡа белгеслеккә йәки ғәскәрҙәрҙең башҡа төрөнә күсерергә ярамай.
Был өлкәләге контрактниктар тулы социаль пакет ала. Уларға закон тарафынан ҡаралған бөтә түләүҙәр, льготалар, социаль гарантиялар ҡағыла.
Бынан тыш, студенттар өсөн махсус шарттар бар. Вуздарҙа уҡыусылар, академик ял алып, контракт төҙөргә хоҡуҡлы, ә хеҙмәттән һуң бюджетҡа уҡырға инеү мөмкинлеге бар.
Эдуард Ҡусҡарбәков фотоһы.