Һигеҙ FPV-дрон Ишембайҙың үҙендә эшләнде

Район хакимиәте башлығы халыҡҡа рәхмәт белдерҙе.

Һигеҙ FPV-дрон Ишембайҙың үҙендә эшләндеҺигеҙ FPV-дрон Ишембайҙың үҙендә эшләнде
Һигеҙ FPV-дрон Ишембайҙың үҙендә эшләнде

Ишембай районы халҡы махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә даими ярҙам күрһәтеп тора. Сираттағы гуманитар ылауҙа ла мөһим кәрәк-яраҡ тупланды: “Нива” автомобиле, өс мотоцикл, квадроцикл, техника тағылмаһы, медикаменттар, урында йыйылған һигеҙ FPV-дрон, Wi‑Fi-күперҙәр, генераторҙар, төҙөлөш материалдары, газ баллондары, окоп шәмдәре, мейестәр, Луганск Халыҡ Республикаһындағы балалар йортона кейем-һалым, канцелярия тауарҙары һәм башҡа күп нәмә алып барылды.

Wi‑Fi-күперҙәр бәйләнеш бөтөнләй юғалған хәрби бүлексәләргә таратылды. Уның менән бергә 10 километр оҙонлоғондағы кабель дә алып барылды – ул да алғы һыҙыҡты интернет менән тәьмин итеү өсөн.

Һигеҙ FPV-дронды Белгородтағы пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарының заказы буйынса йыйҙылар. Дарыу һәм медицина изделиелары Курск йүнәлешендә таратылды.

Курск, Белгород өлкәләре, Луганск, Донецк халыҡ республикалары, Запорожье, Херсон өлкәләре буйлап төҙөлгән маршрут буйынса үткән был ҙур сәфәрҙә район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов үҙе ҡатнашты. Ул гуманитар ылау туплауға өлөш индергәндәргә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. “Барыһы ла һеҙҙең көсөгөҙ менән йыйылды, хөрмәтле Ишембай халҡы. Аҡса күсергән, әйбер, запчасть, инструменттар килтергән, йылы йөкмәткеле хаттар яҙған, маскировка селтәрҙәре үргән – дөйөм эшкә күңел йылыһын һалған һәммәгеҙгә рәхмәт!” – тип яҙҙы район етәксеһе.

Фотолар: “Восход” гәзите сайтынан.

Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Һигеҙ FPV-дрон Ишембайҙың үҙендә эшләнде
Һигеҙ FPV-дрон Ишембайҙың үҙендә эшләнде
Һигеҙ FPV-дрон Ишембайҙың үҙендә эшләнде
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас