Оператор булыу өсөн Башҡортостанға килгән

"Бер саҡ фронтта электр менән бәйле һөнәрҙәр булыуы, белгестәр кәрәклеге хаҡында белдем. Тап ошо миңә кәрәк ине, бына минең урын ҡайҙа, тип уйланым. Миңә Оборона министрлығы менән Башҡортостанда контракт төҙөргә кәңәш иттеләр..."

Оператор булыу өсөн Башҡортостанға килгәнОператор булыу өсөн Башҡортостанға килгән
Оператор булыу өсөн Башҡортостанға килгән

Себер егете пилотһыҙ осоу аппараттары операторы булыу өсөн ниңә Башҡортостанға килгән?

Романға 40 йәш. Ул Красноярск крайының Зеленогорск ҡалаһынан. Егет махсус хәрби операция зонаһына Башҡортостандан китергә теләй. Уның әйтеүенсә, интернетта төрлө мәғлүмәттәр менән танышҡандан һуң пилотһыҙ осоу системалары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү өҫтөнлөктәре, шулай уҡ  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына төбәктәге ярҙам саралары уны бик ҡыҙыҡһындыра.

“Минең дуҫ-иптәштәрем араһында махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән берәү ҙә булманы. Мин үҙем электромонтер булып эшләнем. Бер саҡ фронтта электр менән бәйле һөнәрҙәр булыуы, белгестәр кәрәклеге хаҡында белдем. Тап ошо миңә кәрәк ине, бына минең урын ҡайҙа, тип уйланым. Миңә Оборона министрлығы менән Башҡортостанда контракт төҙөргә кәңәш иттеләр. “Республикала яугирҙәр өсөн шарттар, ярҙам саралары яҡшы”, тинеләр.

Баҡһаң, мин контрактты бер йылға төҙөй алам икән, срогы сыҡҡас, хеҙмәттән китеү йәки оҙайта алыу хоҡуғына эйә буласаҡмын. Операторҙар һуғыш барған ерҙән алыҫыраҡ урында эшләй, дәртләндереү саралары, түләүҙәр ҡаралған. Яңы һөнәр алыу һис тә насар түгел, мине ныҡ ҡыҙыҡһындыра. Профессиональ күнекмәләремде ҡулланырға  ла урын табылыр, тип уйлайым”, – ти Роман.

Махсус хәрби операция үткәреү зонаһында хеҙмәт итергә теләүселәр өсөн портал Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәренең өҫтөнлөктәре тураһында  мәғлүмәт менән тулыландырылды.

Был төп өҫтөнлөктәрҙе ҡарап үтәйек. Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары өсөн юғары хәүефһеҙлек саралары ҡаралған. Уларҙың хеҙмәте алғы һыҙыҡтан алыҫ ерҙә үтә.

Оборона министрлығы һығылмалы хеҙмәт срогын тәҡдим итә. Контракт бер йылдан алып төҙөлә, был хеҙмәт үҙенсәлектәрен баһаларға мөмкинлек бирә. Хәрби кеше хеҙмәттән китә йәки яңы контракт төҙөй ала.

Яугирҙәргә белгеслектәрҙе һаҡлау гарантиялана. Хәрбиҙе, уның  ризалығынан тыш, пилотһыҙ осоу аппараттары менән бәйләнмәгән башҡа белгеслеккә йәки ғәскәрҙәрҙең башҡа төрөнә күсерергә ярамай.

Был өлкәләге контрактниктар тулы социаль пакет ала. Уларға закон тарафынан ҡаралған бөтә түләүҙәр, льготалар, социаль гарантиялар ҡағыла.

Бынан тыш, студенттар өсөн махсус шарттар бар. Вуздарҙа уҡыусылар, академик ял алып, контракт төҙөргә хоҡуҡлы, ә хеҙмәттән һуң бюджетҡа уҡырға инеү мөмкинлеге бар.

 

Фото: шәхси архивтан.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас