“Бәләбәй” рассольнигы бары тик тәбиғи йәшелсәләрҙән

Бәләбәйҙәр яугирҙәргә кипкән аш та әҙерләй.  

“Бәләбәй” рассольнигы бары тик тәбиғи йәшелсәләрҙән“Бәләбәй” рассольнигы бары тик тәбиғи йәшелсәләрҙән
“Бәләбәй” рассольнигы бары тик тәбиғи йәшелсәләрҙән

Ауылдарҙа, ҡалаларҙа йәшәүсе халыҡ махсус хәрби операциялағы яугирҙәр тураһында даими хәстәрлек күрә. Бер гуманитар ылау оҙатылыуға икенсеһен әҙерләй башлайҙар. Еңеүгә өлгәшкәнгә тиклем һалдаттарға ныҡлы терәк булырға маҡсатланған халыҡ.

Ошо көндәрҙә Бәләбәй районының Шаровка ауылы халҡы сираттағы гуманитар ярҙамды туплап оҙатты. Өй ризыҡтары, ярмалар, сәй һәм башҡа кәрәк-яраҡ хәстәрләнде.

Бәләбәйҙә һалдаттарға ярҙам итеү йәһәтенән тағы ла бер изге эш ойошторолған. Бәләбәй ҡалаһы ирекмәндәре яугирҙәргә киптерелгән аштар әҙерләй. Уның өсөн йәшелсә менән ауылдыҡылар, шул иҫәптән Шаровка ауыл биләмәһе лә, ярҙам итәләр.

Ҡоро аштар ҡаптарға тултырыла. Ашты бешереү ысулы, уның составы тураһында этикетка ла йәбештерелгән. Бер пакет 3-5 литрлы кәстрүлгә тәғәйенләнгән, бер ҡаптан яҡынса биш һалдат ҡайнар аш менән һыйлана. “Бәләбәй” рассольнигы бары тик тәбиғи йәшелсәләрҙән туплана.

 

Фото: Ауыл хакимиәтенән.

 

 

 

“Бәләбәй” рассольнигы бары тик тәбиғи йәшелсәләрҙән
“Бәләбәй” рассольнигы бары тик тәбиғи йәшелсәләрҙән
“Бәләбәй” рассольнигы бары тик тәбиғи йәшелсәләрҙән
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас