

Мәләүез ҡалаһының 3-сө гимназия уҡыусылары “Макгрегор” ҡушаматлы махсус хәрби операция яугире һәм “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы социаль координаторҙары Альбина Арыҫланова, Ләйсән Мәхмүтова менән осрашты.
Руслан Стәрлетамаҡта тыуған, 1997 йылда медицина училищеһын тамамлаған. Башта ул үҙен табыр өсөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм бизнес өлкәһендә эшләй. 2009 йылда ул Мәләүез районына күсеп килә. Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлай, ете йыл суд приставтарында хеҙмәт итә. 2023 йыл башында медицина төркөмө составында МХО биләмәһенә барырға ҡарар итә. Унда Бахмут янындағы ер аҫты госпиталендә эшләй. Дошмандан йәшерен ер аҫтындағы шахтала, ҙур объекттың йәшәү эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса ғәйәт ҙур бурыс атҡара: электр энергияһын өҙлөкһөҙ биреү, саф һауа ағымы һәм һыу сығарыу өсөн яуаплы була.
“Бахмут янындағы ер аҫты госпиталендә секундтар мәңгелеккә һуҙылырға мөмкин”, - тип һөйләне ул уҡыусыларға. Бынан тыш, Руслан өлкән медицина персоналын оҙатып алғы һыҙыҡҡа сыға. Госпиталдең алғы һыҙыҡҡа максималь яҡынлығы яралыларға ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирә һәм йөҙләгән яугирҙең ғүмерен ҡотҡара. Хеҙмәт дүрт ай дауам итә, әммә Руслан Вәлиев өсөн был тәжрибә ғүмергә иҫендә ҡала.
Яугир уҡыусыларға ил тарихында тәрән эҙ ҡалдырған Бөйөк Ватан һуғышы, бөгөнгө махсус хәрби операцияға ҡарашы тураһында аңлайышлы итеп һөйләне, экстремаль шарттарҙа тәүге ярҙам күрһәтеү саралары менән таныштырҙы. “Кеше ғүмере ниндәй тиҙлектә квалификациялы ярҙам күрһәтеүгә бәйле”, - тине ул һәм ғәмһеҙлек арҡаһында күпме ғүмер ҡыйылыуын миҫалға килтерҙе.
Ләйсән Мәхмүтова махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ярҙам төрҙәре тураһында аңлатты, уҡыусыларға буклеттар таратты.
Илһөйәрлек менән һуғарылған сарала йәш быуын ҡыҙыҡһындырған байтаҡ һорауына яуап тапты.