

Тыумышы менән Мәсетле районынан булған, бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә дошман менән яғалашҡан Илнур Мөхәмәтйәров әйтеүенсә, беҙҙең һалдаттар иң ҡыйыуы һәм иң тәүәккәле, уларҙың һәр береһе менән разведкаға ҡурҡмай барырға мөмкин. Батыр егеттәрҙең янында йөрөүе һәр яҡлап та отошло.
Беҙгә лә арыҫлан йөрәкле яҡташыбыҙ менән осрашыу бәхете тәтене. Шундай асыҡ күңелле, үҙенең фекере булған ил һаҡсыһы менән әңгәмәләшеү – үҙе ҙур бәхет.
Мотоуҡсылар дивизияһы инженер-сапер ротаһында взвод командиры кеүек яуаплы бурысты башҡарған Илнур Рөстәм улының һүҙҙәренә ҡарағанда, дошмандың көсө көндән-көн кәмеүгә табан бара, рәсәйҙәрҙең көслө һөжүменә уларға ҡаршы тороуы бик ҡыйын.
– Еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ, – тине кесе лейтенант Илнур Мөхәмәтйәров.
Фото: Айгөл Шарапова.