70 йәшлек инәй гуманитар ылау менән МХО-ға юллана

Һалдаттарҙың йәшәгән урынын күреп, ярҙамды тапшырып ҡайта ул.

70 йәшлек инәй гуманитар ылау менән МХО-ға юллана70 йәшлек инәй гуманитар ылау менән МХО-ға юллана
70 йәшлек инәй гуманитар ылау менән МХО-ға юллана

Арабыҙҙа шундай һоҡланғыс кешеләр бар. Улар тирә-яҡ донъяға нур, ҡот сәсеп йәшәгән һымаҡ. Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында йәшәүсе Нәбирә Фәхретдинованың булмышы ла башҡаларға изгелек итеүгә ҡоролған. Һөнәре буйынса педагог ул. Оҙаҡ йылдар район мәғариф бүлегендә инспектор булып хеҙмәт иткән. 2010 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас, райондың ветерандар ойошмаһы рәйесе итеп тәғәйенләнә. Шул осорҙан илһөйәрлек буйынса сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәй.

2022 йылда махсус хәрби операция башланғас, яугирҙәргә ярҙам ойоштороу эшенә сума. Район үҙәгенең ситендәрәк йәшәгәс, йөрөүе уңайлы булыр тип машина йөрөтөргә уҡый. Һалдаттарға ярҙам ташығанда был оҫталығы ла ярап ҡала.

– Махсус хәрби операция башланған йылда район үҙәгендә маскировка селтәрҙәре үреүҙән башлап ебәрҙек эшебеҙҙе. Оло йәштәге апайҙар, ағайҙар был башланғысты дәррәү күтәреп алды. Һуңынан районыбыҙҙың башҡа ауылдары ла ҡушылды.

Әлеге көндә районыныбҙҙа 36 урында маскировка селтәрҙәре үрелә. Күпселеге хаҡлы ялдағылар, эшебеҙҙе китапхана, клуб хеҙмәткәрҙәре менән берлектә алып барабыҙ. Маскировка селтәрҙәрен үреү өсөн беҙгә районыбыҙ эшҡыуары бина бүлде. Ошонда ауылдарҙан гуманитар ярҙам да йыйыла.

Оло йәштә булһалар ҙа яҡташтарымдың шул тиклем берҙәм булыуы һоҡландыра. Район үҙәге ситендәрәк, 3-4 километр йыраҡлыҡта йәшәһәләр ҙә, маскировка селтәре үргән ергә кемдер йәйәү, кемдер такси менән килеп етә.

Халыҡ шул тиклем дәррәү, маскировка селтәренә материал алыуға аҡса йыйырға тигәндә лә ситтә ҡалмайҙар. Бик әүҙем ирекмәнебеҙ Луиза Әхмәтшина менән һалдаттарға ярҙам сараларын берлектә алып барабыҙ, нимә кәрәклеген дә уларҙан һорашып тора. Барыһын да яугирҙәрҙең һорауы буйынса эшләйбеҙ. Үҙебеҙҙең егеттәребеҙҙе күреп, әйберҙәрҙе тапшырып ҡайтыу ниәтендә Луиза Әхмәтшина менән бергәләп яугирҙәр янына барып ҡайттыҡ, – тип һөйләп алып китте Нәбирә Хәмзә ҡыҙы.

Оҙон юл да, ауырлыҡтар ҙа, хәүеф тә ҡурҡытмай Нәбирә апайҙы. Былтыр сентябрҙә алыҫ сәфәргә юллана. Тыуған көнөн, үҙенең 71 йәшен дә ул сәфәрҙә ҡаршылай, Курск яғына барған мәлгә тура килә ғүмер байрамы. Курск, Луганск, Запорожье яҡтарында булып, яугирҙәребеҙҙе күреп, ярҙамды ҡулдарына тапшырып ҡайталар.

– Һалдаттарыбыҙҙың хәлдәрен белешеп, йәшәгән блиндаждарын ҡарап, районыбыҙҙан кәрәкле әйберҙәрҙе тапшырып ҡайттыҡ. Рәхмәттәр әйтеп, күңелдәре булып ҡалды. Юл бик оҙон булһа ла, еңел йөрөлдө. Яугирҙәрҙе күрәм тигән маҡсатым ҙур булыуы ла быға булышлыҡ иткәндер. Ялға ҡайтҡанда үҙҙәре лә маскировка селтәре үргән ергә керәләр. Һалдаттар менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ.

Райондаштарыбыҙ ҙа ярҙам күрһәтеү яғынан бик әүҙем. Генератор, РЭП приборы кеүек ҙур әйберҙәр ҙә алып ебәрҙек, өй күстәнәстәренән, башҡа кәрәк-яраҡтарҙан да өҙмәйбеҙ. Материал булмай тороп эш тотҡарлана башланһа ла, апайҙар түҙмәй. Саҡырыуҙы ишетеү менән ашҡынып килеп етәләр. Шунда аралашабыҙ, ял ваҡытында сәй эсеп алабыҙ. 4-5 минут сәй эсәләр ҙә “эш ҡала” тип йәнә станок артына баҫалар.

Арабыҙҙа уҡытыусы ветерандар күп. Улар араһында иң олоһо Нәфисә Хәкимова, уға 80 йәш тулып килә. Шулай ҙа маскировка селтәрен үреүҙән ҡалғаны юҡ. 70 йәштән уҙған апайҙарыбыҙ бик күп. Ай һайын 200-ҙән ашыу 3х6 ҙурлыҡтағы маскировка селтәрен үреп яугирҙәргә ебәреп торабыҙ.

Был йәһәттән Ҡаран, Ҡасыған, Оло Кәркәле, Өршәк, Әнәс ауылдары халҡы әүҙемлек күрһәтә. Бәләкәй генә Ерекле тигән ауыл халҡы тураһында айырым әйтеп китер инем. Был ауылда мәктәп, клуб юҡ. Ауыл ҡатындары улы махсус хәрби операциялағы әсәй Людмила Акимованың йортона кистәрен йыйылып төнгә тиклем маскировка селтәрҙәре үрә. Залда маскировка селтәрҙәре эшләйҙәр, аш-һыу бүлмәһендә туҡмас киҫәләр. Ул йортта Людмила Федоровнаның 92 йәшлек әсәһе лә йәшәй. Ул да таҫмалар киҫешеп, һалдаттарға ярҙам итә. Ошондай яҡташтарыбыҙға күңелдә бары тик һоҡланыу һәм рәхмәт һүҙҙәре генә, – тине райондаштары менән ғорурланып.

Нәбирә ханым үҙе рулдә булғас, уға ла эш мул эләгә. Ҡайҙандыр һалдаттарға кәрәк-яраҡты алып килергә булғанда йәһәтләп машинаһына ултырып сығып китә.

– Ҡайһы саҡта эште тамамлап өйгә ҡайып ҡына керһәм, “яугирҙәргә әйбер килтергәйнек” тип шылтыраталар. Оҙаҡ уйлап тормай, ҡабат эш урынына сығып китәм инде, - тип йылмая ирекмән апай.

Тиҙ арала күстәнәскә сәксәк ебәрергә кәрәк булғанда төн йоҡламай тәмлекәстәр бешерә Миәкә уңғандары. Улар әҙерләгән үлән сәйҙәрен дә яратып эсә яугирҙәр. Әле тәбиғәттең уянған, үләндәрҙең һутлы мәле. Июндә йыйылған сәй тәме була тип, гүзәл заттар йәнә туғайға сығып шифалы үләндәр йыйырға йыйына.

Ғөмүмән, ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләй миәкәләр. Мәрхәмәтлек концерттары ҡуйып, унан килгән аҡсаға яугирҙәргә кәрәк-яраҡ алалар. Уларҙың һәр көндәлек эше ошо изге маҡсатҡа йүнәлтелгән.

Һалдаттарға ярҙам итеү менән сикләнмәй ветерандар ойошмаһы. Йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү ҙә иғтибар үҙәгенә ҡуйылған. Мәктәптәрҙә уҡыусылар менән осрашыуҙар әленән-әле уҙғарыла. Махсус хәрби операцияла, Афғанстанда хеҙмәт иткән яугирҙәр ҙә бындай осрашыуҙарҙың ҡәҙерле ҡунағы.

Ҡышҡы каникул осоронда райондағы “Хыял” балаларҙы һауыҡтырыу-белем биреү үҙәгенә барып, ял итеүселәргә маскировка селтәре үреү, окоп шәме яһау, пакеттарға үлән сәйҙәре тултырыу эштәрен күрһәтеп ҡайтҡан апайҙар.

Әйткәндәй, ололарҙың матур өлгөһөн йәш быуын да күреп үҫә. Маскировка селтәрҙәре үрешергә киләләр, атай-әсәйҙәре менән бергәләп ҡап-ҡап һалдаттарға кәрәк-яраҡ килтерәләр.

Тап ошонда күренә йәш быуынды патриотик рухта үҫтереү өлгөһө.

 

 Фото: Нәбирә Фәхретдинованың шәхси альбомынан.

 

 

 

70 йәшлек инәй гуманитар ылау менән МХО-ға юллана
70 йәшлек инәй гуманитар ылау менән МХО-ға юллана
70 йәшлек инәй гуманитар ылау менән МХО-ға юллана
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас