

Дәүләтебеҙ Президенты Владимир Путин указы менән яҡташыбыҙ – Саҡмағош районынан "Племяш" позывнойлы яугир Изге Георгий орденының отличие билдәһе – IV дәрәжә Георгий тәреһе менән бүләкләнгән. Пилотһыҙ осоу аппараттары операторы юғары наградаға фиҙакәр батырлығы өсөн лайыҡ булған.
Хәрби бурысты үтәгәндә ул дошмандың бер нисә пилотһыҙ осоу аппаратын бәреп төшөрә, был Рәсәй ғәскәрҙәре позицияларына һөжүм итеүгә юл ҡуймай.
"Племяш" 2024 йылдан алып алғы һыҙыҡта йөрөй, танкка ҡаршы дивизионда хеҙмәт итә. Быға тиклем БПЛА операторы РФ Оборона министрлығының "Хәрби батырлыҡтар өсөн" һәм "Миналарҙан таҙартҡан өсөн" миҙалдары менән бүләкләнгән.
Мәғлүмәт, фото: "Башинформ".