

"Башҡортостан геройҙары" проектының һуңғы – дүртенсе көндөҙгө уҡыу модуле бара. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр иткәйне. МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн кадрҙар проектының финалсылары артабан власть органдарында, дәүләт учреждениеларында һәм бизнеста эшләү өсөн белем, компетенция һәм күнекмәләр алыу өсөн “Патриот”та йыйылды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Башҡортостан геройҙары” проекты президентыбыҙ Владимир Путин башланғысы менән “Геройҙар ваҡыты” федераль программаһының дауамы булараҡ башланып киткәйне.
Яңы модулдең темаһы – заманса идара итеү технологиялары. Егеттәр яһалма зиһен менән эшләргә, уны социаль өлкәгә, иҡтисадҡа, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа индерергә, көндәлек процестарҙы автоматлаштырырға өйрәнәсәк.
“Алда – сығарылыш эштәрен һәм проекттарын яҡлау. Ә һуңынан, һөнәри әҙерлек тураһында дипломдар менән, идара итеү командаһында ҡатнашыусыларҙы көтәбеҙ. Уларҙың баһалап бөткөһөҙ тәжрибәһе, илһөйәрлеге, бурысына һәм Ватанға тоғролоғо республикаға бик кәрәк”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.