

Ҡыйғы районындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташтары Азат Низамовтың яҡты иҫтәлегенә көрәш буйынса асыҡ зона турниры үткәрелде.
Сарала Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарынан 50-нән ашыу көслө спортсы үҙ көсөн һынап ҡараны. Ярыштарҙы асыу тантанаһында Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Салауат Фәтҡуллин, Азат Радмил улының ғәзиз әсәһе, ҡатыны Нәзилә Низамова, дуҫтары, туғандары һәм яуҙаштары ҡатнашты.
Турнирҙа еңеү яулаусылар грамоталар һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Салауат Факил улы һәм Нәзилә Хәсән ҡыҙы спорт мәктәбенә көрәшселәр формаларын бүләк итте.
“Ошо спорт сараһында ҡатнашыусыларға һәм был иҫтәлекле турнирҙы ҡарарға килгәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм спорт сараһында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла Азат Радмил улы кеүек ҡаһарман, көслө рухлы һәм ҡыйыу булһындар”, – тип хәбәр иттеләр Ҡыйғы районы хакимиәтенән.
Фото: Ҡыйғы районы хакимиәтенән.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!