Барыһы ла – Еңеү өсөн!

Ҡотлайбыҙ! Бөгөн Өфөләге слетта махсус хәрби операцияға ярҙам иткәндәре өсөн ирекмәндәр лайыҡлы бүләктәрен алды. Улар араһында "Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре лә бар. Был турала тулыраҡ уҡығыҙ.

Барыһы ла – Еңеү өсөн!Барыһы ла – Еңеү өсөн!
Барыһы ла – Еңеү өсөн!

Башҡортостан ирекмәндәренең республика слеты ойошторолдо. Сара "Берҙәм Рәсәй" партияһының Өфөләге йәмәғәт штабында үтте. Слеттың маҡсаты – көстәрҙе берләштереү һәм тәжрибә уртаҡлашыу.

– Һалдаттарыбыҙ алғы һыҙыҡта дошман менән алыша, ә ирекмәндәр тылда яугирҙәргә ярҙам итә, шулай берҙәм булғанда һәм көстәр берләшкәндә генә маҡсатыбыҙға ирешәсәкбеҙ, – тине "Юлдаш" радиоһының баш мөхәрире Миләүшә Ғәлиева. – Махсус хәрби операция башланғас та, "Юлдаш" радиоһы ошо кәрәкле эшкә ҡушылды. Радионың бәйләнештәр селтәрендә "Халыҡ ирекмәне" тигән конкурс ойошторҙоҡ.

Миләүшә Ғәлиева Баймаҡ районының "Һаҡмар" гәзите хәбәрсеһе Лилиә Таҡаеваға "Халыҡ ирекмәне" миҙалын тапшырҙы, шулай уҡ призлы урын алыусыларға бүләктәр бирҙе, бүтән ирекмәндәргә лә рәхмәтен еткерҙе.

"Башҡортостан" полкы командиры урынбаҫары, подполковник Мәжит Байдәүләтов һәр йәһәттән дә ярҙамдан өҙмәгәне өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа оло рәхмәтен белдерҙе, һәм уңғандар офицерҙың ҡулынан Рәхмәт хаты алды.

МХО ветераны Рәжәп Арыҫланов белдереүенсә, Рәсәй - шул хәтлем ҙур ил, илебеҙҙә 160-тан ашыу милләт йәшәй, иң мөһиме, дуҫлыҡ менән көслөбөҙ. Рәжәп Миҙхәт улы "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡовҡа, "Башҡортостан Республикаһы" акционерҙар йәмғиәте филиалы - Республика мәғлүмәт үҙәге директоры Айнур Дәүләтбәковҡа һәм башҡаларға Башҡортостан махсус хәрби операцияһы ветерандары ассоциацияһының Рәхмәт хатын тапшырҙы.

Әйткәндәй, "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары, ирекмән Гөлдәр Бүләкбаева-Биргәнова ошо көндәрҙә "Махсус хәрби операцияға булышлыҡ иткәне өсөн" миҙалы менән бүләкләнде. Ул - "Маскселтәр Ҡалҡан Өфө" ойошмаһы ирекмәне, бына инде өс йылға яҡын маскировка селтәре үреп, МХО-ға ярҙам итә. Үҙе әйтеүенсә, ошо сара барған мәлдә уларҙың цехында 2610-сы селтәр үрелгән. Цех ирекмәндәре бынан тыш, башҡа төрлө гуманитар ярҙам йыйыу менән дә шөғөлләнә.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Шамил Вәлиев тә бер төркөм егәрлеләрҙең исемдәрен атаны, бүләктәр бирҙе.

Һөйләшеүгә видеобәйләнеш аша МХО биләмәһенән коллегабыҙ Рафиҡ Әхмәтшин, "Башҡортостан" полкы командиры урынбаҫары Александр Мельченко һәм Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов ҡушылды.

 

Илдар Аҡъюлов фотолары.

Барыһы ла – Еңеү өсөн!
Барыһы ла – Еңеү өсөн!
Барыһы ла – Еңеү өсөн!
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас