

Күптән түгел Сибай ҡала әүҙемселәре махсус хәрби операция биләмәһенә ҙур гуманитар йөк алып барҙы. Ылауҙы Сибай ҡала хакимиәте башлығы Сергей Озерцов оҙатып барған. Был хаҡта башлыҡ үҙенең социаль сәхифәләрендә хәбәр итте.
“Хөрмәтле ҡала халҡы, шатланып хәбәр итәм: йыйылған гуманитар ярҙам хәрби хеҙмәткәрҙәргә бик уңышлы тапшырылды. Һеҙгә яугирҙәрҙән ҡайнар сәләм һәм ихлас рәхмәттәрен еткерәм. Уларҙы, сибайҙарҙың, тыуған ҡалаларының нисек йәшәүҙәре борсой. Улар һәр берегеҙгә ебәргән посылка, ирекмән хеҙмәте, доға һәм мөхәббәт менән яһалған маскировка селтәрҙәренең һәр юлы өсөн рәхмәт белдерә. Һеҙҙең ярҙамығыҙ - тыуған йортоғоҙҙоң йылыһы, ул уларҙы алыҫтан уҡ йылыта. Берләшкәнегеҙ һәм яугирҙәргә һәр яҡлап ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!”- тип яҙған үҙенең “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә.
Фото һәм сығанаҡ: Сергей Озерцовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.