

Бөгөн республикабыҙҙың бөтә район һәм ҡалаларында махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итеү буйынса иҫ киткес ҙур эштәр алып барыла. Был изге башланғыстан Баймаҡ районы ла ситтә ҡалмай.
Район халҡынан, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың туғандарынан, яҡындарынан шәхси посылкалар, генераторҙар, шөрөп борғостар, иретеп-йәбештереү аппараты, бензин бысҡылары, маскировка селтәрҙәре, миндек, портатив газ плитаһы, шәхси гигиена, көнкүрештә ҡулланырға кәрәк-яраҡтар, аҙыҡ-түлек, ауҙар, кейемдәр һәм яугирҙәргә ҡатмарлы шарттарҙа кәрәкле башҡа әйберҙәр район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр ярҙамында туплана.
Ошо көндәрҙә генә райондың Беренсе Төркмән ауылы халҡы ла махсус хәрби операцияһы биләмәһендәге яҡташтарына ылау әҙерләп ебәрҙе. Алһыу Ҡужина ғаиләһе яугирҙәр именлеге өсөн ҡорбан салған.
Сөсө икмәк, бауырһаҡ, сәк-сәк бешергән, яугирҙәргә кәрәк-яраҡ әйберҙәре йыйған Әхмәтова Рәсимә, Айытбаева Гөлнур, Ҡотлоғолова Зөлфирә, Ильясова Мөслимә, Талипова Зифа, Атанғолова Дилара, Ҡужина Таңһылыу, Ҡужина Дилә, Исламғолова Ғәлимә, Ласынова Ишбикә, Исламғолова Минзәлә, Мөбәрәкова Нәзимәләргә ҙур рәхмәт. Шулай уҡ берҙәм генә ҡушылыусы мәктәп коллективына, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә лә ҙур рәхмәтле Төркмән халҡы. Ҙур ярҙам күрһәткән ир-егеттәр Өмөтбаев Сәғит, Гайсин Марат, Рәсүлев Ишдәүләт, Ласынов Рәшит, Әхмәтов Азатҡа оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ! Шулай итеп, күмәк көс менән, һынаулы ғына ваҡыт эсендә ҙур ылау әҙерләнде. Ул яугирҙәребеҙҙең мәнфәғәтенә насип булһын. Йорт-илдәр тынысланып, ир-егеттәр имен-һау ғаиләләренә әйләнеп ҡайтһындар, барыбыҙ ҙа һау сәләмәт булайыҡ!" - тип хәбәр итә төркмәндәр.
Ылауҙы йыйыуға үҙ өлөшөн индергән барлыҡ район халҡына, хеҙмәт коллективтарына, эшҡыуарҙарға һәм ярҙам ҡулын һуҙғандарҙың барыһына ла оло рәхмәтле баймаҡтар. Гуманитар ярҙам яҡташтарына тыуған яҡ сәләмен еткергән, күстәнәстәре көс-дәрт өҫтәгән, техникалар, кәрәк-яраҡтары хеҙмәттәрендә бик тә ярап ҡала. Яугирҙәр тиҙерәк Еңеү менән тыуған яҡтарына аяҡ баҫыуҙарын теләп, артабан да берҙәм булайыҡ!
Фото: Беренсе Төркмән ауылы төркөмөнән