Рәсәй Геройы - академия студенты

Рәсәй Геройы Вәсил Камил улы Ямалетдинов Башҡортостан Республикаһы Президенты эргәһендәге дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһы студенты булып китте – ул дәүләт һәм муниципаль идара һәм иҡтисад факультетына уҡырға инде.

Рәсәй Геройы - академия студентыРәсәй Геройы - академия студенты
Рәсәй Геройы - академия студенты

Рәсәй Геройы Вәсил Камил улы Ямалетдинов Башҡортостан Республикаһы Президенты эргәһендәге дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһы студенты булып китте – ул дәүләт һәм муниципаль идара һәм иҡтисад факультетына уҡырға инде.

Вәсил Ямалетдинов Салауат районының Баш-Илсекәй ауылында тыуған. Тормошон хәрби хеҙмәт менән бәйләгән: Алыҫ Көнсығышта әрме хеҙмәтен үтә, аҙаҡ Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй.

Махсус хәрби операция башланғандың тәүге көндәренән ул алғы һыҙыҡта.  Өс тапҡыр ауыр яралана, дауаланып, яңынан сафҡа баҫа. Бөгөн ул 60-сы айырым мотострельковый бригаданың мотострельковый батальоны ротаһы менән командалыҡ итә.

2025 йылдың декабрендә капитан Ямалетдинов командалығындағы подразделение тәүгеләрҙән булып Запорожье өлкәһе Гуляйполе ҡалаһына инә, унда төп көстәр килгәнгә тиклем позицияны тоталар. Ҡаһарманлығы өсөн яҡташыбыҙға Рәсәй Геройы исеме бирелә. Ватанды һаҡлаусы көнөндә Рәсәй Президенты Владимир Путин ”Алтын Йондоҙ” миҙалын тапшыра. Бөгөн Вәсил Ямалетдинов хеҙмәтен уҡыу менән бергә алып бара. Академияла билдәләүҙәренсә, бындай студенттың булыуы йәштәр өсөн дә, преподавателдәргә лә ҙур тәрбиәүи өлгө булып тора.

 https://bagsurb.ru/index.php/news/geroj-rossii-vasil-yamaletdinov-stal-studentom-akademii-glavy-respubliki-bashkortostan

Фото: Кремлин.Ру\сайт

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас