

Туймазы ҡалаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү үҙәген асыу тантанаһы үтте. Хәҙер бында МХО яугирҙәрен һәм уларҙың ғаилә ағзаларын «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалының социаль координаторҙары ҡабул итә. Ойошма Күп функциялы үҙәк офисы эргәһендә урынлашҡан, унда документтар менән бәйле күп мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкин.
Яугирҙәргә кәрәкле хеҙмәттәр һәм ресурстар хәҙер «берҙәм тәҙрә» форматында тәҡдим ителә. Хәрби хеҙмәт ветерандары һәм хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзалары шулай уҡ психолог, Мәшғүллек хеҙмәте, Социаль фонд, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы белгестәренән ярҙам аласаҡ. Унан тыш, бында айырым кабинетта Хәрби-һауа оборонаһы ветерандары ассоциацияһының урындағы бүлексәһе рәйесе, ветерандар һәм үҙәк хеҙмәткәрҙәре ҡарамағында иркен конференц-зал, уңайлы көнкүреш биналары урынлашасаҡ.
Үҙәкте асыу тантанаһына БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ахунов, Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы, «Геройҙар ваҡыты» Президент программаһында ҡатнашыусы, Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры Оскар Ситдиҡов, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальондың Хәрби-сәйәси эштәр буйынса рота командиры урынбаҫары булып хеҙмәт иткән Айҙар Шәйәхмәтов килде. Шулай уҡ үҙәкте асыуҙа Туймазы районы хакимиәте башлығы Булат Мусин, Туймазы ҡала хакимиәте башлығы Эдуард Рәхмәтуллин, район һәм ҡала советтары депутаттары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, муниципалитет активы, МХО-ла һәләк булған яугирҙең туғандары ҡатнашты.
Сығанаҡ: https://tuvest.ru.
Фото: “Туймазинский весник” гәзите.