Әллә күпме дошманды юҡ итә

Капитан Зарипов ҡатмарлы хәрби шарттарҙа дошмандың терәк пункттарын ут менән ҡыйратыуҙы планлаштыра һәм шәхсән үҙе расчеттар һәм штурмлау төркөмдәренең үҙ-ара эш итеүен координациялай.

Әллә күпме дошманды юҡ итәӘллә күпме дошманды юҡ итә
Әллә күпме дошманды юҡ итә

Башҡортостан яугирҙәре махсус хәрби операция биләмәһендәге уңыштары менән әленән-әле ҡыуандырып тора. “Башҡорт батальоны” төркөмө яҡташыбыҙ Әлфир Зарипов тураһында һөйләне. Ул – 25-се армияның айырым пилотһыҙ системалар батальоны штабы начальнигы.

Капитан Зарипов ҡатмарлы хәрби шарттарҙа дошмандың терәк пункттарын ут менән ҡыйратыуҙы планлаштыра һәм шәхсән үҙе расчеттар һәм штурмлау төркөмдәренең үҙ-ара эш итеүен координациялай. Уның оҫта етәкселеге арҡаһында ВСУ-ның дүрт терәк пункты юҡ ителә, 18 ут нөктәһе баҫтырыла, биш миномет емерелә.

Хәрби ҡаҙаныштары өсөн Әлфир Зарипов “МХО ҡатнашыусыһы” миҙалы һәм ЛХР-ҙың II дәрәжә “Хеҙмәт һәм батырлыҡ менән” ордены менән бүләкләнә.

Башҡортостан – геройҙар ваҡыты!

 

Фото: "Башҡорт батальоны" төркөмө. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас