Мәғлүмәткә ышаныс һүрелмәһен!

V “Медиайыйын” төбәк-ара медиафорумының пленар ултырышынан һуң, журналистар өс йүнәлеш буйынса фекер алышты. “Бөтәһе лә Еңеү өсөн!” тигән секция ултырышын Башҡортостан Республикаһына идара итеү үҙәге етәксеһе Елена Прочаковская һәм БЮТ хәбәрсеһе Азат Саҙрыев алып барҙы.   #Медиафорум2026 #Медиайыйын2026 #CоюзжурналистовРБ

Мәғлүмәткә ышаныс һүрелмәһен!Мәғлүмәткә ышаныс һүрелмәһен!
Мәғлүмәткә ышаныс һүрелмәһен!

Гүзәл ХӘМИТОВА, Башҡортостан” телерадокомпанияһы журналисы:
– МХО биләмәһенән меңдән ашыу сюжет эшләнгән. Был беҙҙең һөнәри генә түгел, гражданлыҡ бурысыбыҙ ҙа. Журналистарыбыҙ ике телдә видеокамераға төшөрә. Тәүге командировканан ҡайтҡанда икенсе юлы һалдаттар янына нимә алып бара алырыбыҙ һәм уларға бәйле яңы проекттар хаҡында уйланыҡ. Тылдағы әсәне улының унда нисек йәшәүе, нимә менән туҡланыу мәсьәләһе борсой. Шуға ла минең, әсәй кешенең, МХО биләмәһенә барыуым, материал алып ҡайтыуым әһәмиәтле.

“Һалдатҡа хат” проектыбыҙ хаҡында ла әйткем килә. Яратҡан артисыбыҙ Фидан Ғафаров һалдатҡа арнап хат яҙғайны. Ул “Маугли” позывнойлы яугиргә эләкте. Хатты алғас, ул шул ҡәҙәр шатланғайны. Аҙаҡ отпускыға ҡайтҡанда “Маугли” уның янына театрға килде. Айнур Кәбиров был хаҡта сюжет төшөрҙө. Фидан ағай әле баҡый донъяла, ә был тарих ғүмерлеккә һаҡланып ҡалды.

Артабан ике етәксе – Донецк Халыҡ Республикаһы Д.В. Пушилин  менән Башҡортостан  Республикаһы Башлығы Р.Ф. Хәбиров осрашҡан ваҡытты таҫмаға төшөргән оператор Илшат Ҡаҙаҡолов һүҙ алды. Ул хеҙмәттәше Марат Юнысов менән беҙ тетрәнеүһеҙ ҡарай алмаған кадрҙар алып ҡайтҡан.

“Яҡташтар хеҙмәт иткән, беҙҙә ойошторолған хәрби частарҙың барыһына ла тиерлек барып, төшөрөп алдыҡ. Уларҙың көнкүреше менән танышыу, ниндәй ярҙам кәрәклеген асыҡлау һәм мотлаҡ ярҙам итеү – эш сәфәрендә  төп мәсьәлә. Әлбиттә, республика Башлығының уларға килеүе – һалдаттар өсөн ҙур ваҡиға, уныһы сер түгел.

Яу биләмәһенә барғанда, һуғыш беҙҙән алыҫ түгел, тигән тойғо кисерәм. Ошоно күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай”, – тине  Илшат Рәшит улы.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров журналистарҙы Башҡортостан матбуғаты көнө менән ҡотланы. “Хәрби хәбәрселәр Рәсәй субъекттарының береһендә лә юҡ.
Республикабыҙ Башлығы Радий Фәрит улының башланғысы менән ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, видеояҙмалар төшөрөүселәргә, ғөмүмән, ижадсыларға шундай статус бирелеүе күп нәмә хаҡында һөйләй. Уларҙың эше баһалана, батырлыҡҡа тиңләнә, тимәк. Ә беҙ яңы ҡанундар ҡабул итеү буйынса эшләйбеҙ. 2022 йылдың мартынан МХО-ға ҡағылышлы 165 закон ҡабул ителде. Оборона министрлығы, Росгвардия менән тығыҙ бәйләнештә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың да ихтыяждарын ишетәбеҙ. Йылайыр районынан өс улын да һуғышҡа оҙатҡан ҡатын менән осрашыу хәтерҙә уйылып ҡалды. Ике улы вафат булғас, яугир әсәһе: “Әгәр һуңғы улымды ла юғалтһам, минең өсөн йәшәү мәғәнәһе ҡалмаясаҡ”, – тип   беҙгә мөрәжәғәт итте.  Дүрт көн эсендә кинйә улды алғы һыҙыҡтан сығарҙыҡ. Мөрәжәғәттәр күп, уларҙы бергә хәл итәбеҙ. Майҙа ҡабул ителгән закон нигеҙендә, МХО-ла ҡатнашыусы – контракт төҙөгән хәлдә 10 миллионға тиклем кредитын яптыра ала. Яраланған яугиргә табип комиссияһына барып етеү өсөн билеттар бушлай бирелеүен дә ҡанун көйләй. Реабилитация өсөн шифаханаға барыу өсөн юл сығымдары ла ҡаплана.

Зөлфиә РӘХМӘТУЛЛИНА, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры:

–Мәскәүҙә Бурденко исемендәге хәрби госпиталдә булған  ваҡытта республикабыҙ Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров улдарын күрергә килгән ата-әсәләрҙең ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәүен белгәс, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ҡунаҡханаһына урынлаштырҙы.

***

Ете тапҡыр МХО биләмәһендә булған, хәрби журналистарҙың да, яугирҙәрҙең дә хәлен яҡшы аңлаған Башҡортостан  Журналистар союзы рәйесе, "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡовҡа ла һүҙ бирелде. Ул тәүге сәфәр тәьҫораттары менән уртаҡлашты, уға булышлыҡ иткән “13-сө” позывнойы менән танылған билдәле дәүләт эшмәкәре Азат Бадрановҡа рәхмәт белдерҙе. Редакцияның, ғөмүмән, журналистарҙың гуманитар ярҙамды нисек ойоштороуҙары хаҡында һөйләне. “Башҡортостан” гәзитенең “Илһөйәр” ҡушымтаһының әһәмиәте хаҡында ла хуплау һүҙҙәре әйтелде.

“Башҡортостан” полкында хеҙмәт иткән журналист Рафиҡ Әхмәтшин бәйгелә еңеп алған аҡсаһына төҙөгән медиаүҙәктән видеобәйләнеш ойошторолоуы секция ултырышына йәнлелек өҫтәне. Башҡортостан Республикаһы Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов, Ринат Мөтиғуллин спикерҙарҙың һорауҙарына тапҡыр ҙа, шаян да яуап ҡайтарҙы. “Фронт подкастары ярҙам итәме, танышһығыҙмы?” тигән һорауға улар журналистарға рәхмәт белдерҙе.

МХО-нан ялға ҡайтҡан “Асад” позывнойлы яугир-радиожурналист Руслан Әсәҙуллин секция эшендә әүҙем ҡатнашты. Тап уның яу яланынан төшөрөп ебәргән сюжеттары киң танылыу яулаған.

Башҡортостан Матбуғат агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, “Башинформ” мәғлүмәт  агентлығы журналисы Эдуард Ҡусҡарбәков МХО биләмәһендә күргән-кисергәндәрен һөйләне, әле лә яугирҙәр менән бәйләнеште өҙмәүҙәрен әйтте.

Телевидение журналистары Зилә Афзалова, Яна Кирәева һәм Артур Ғәлиевтәр зәңгәр экрандарҙа барған тапшырыуҙары аша Башҡортостандың һәр кешеһенә таныш.

“Беренсе тирмә” проекты хаҡында һүҙ сыҡҡас, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, тележурналист Рәмзиә Кәримова телмәр тотто. Ул иптәше Илдар Байбулатов менән үҙ-ара килешеп эшләүҙәре, ғаиләлә аңлашылмаусанлыҡ булмауы хаҡында һөйләне. Рәмзиә Рафаэль ҡыҙы госпиталдә яралыларға ярҙам күрһәтә, иң ауыр эштәрҙе лә ыһ та итмәй башҡара. “Планым – 7 мең һалдаттың сәсен алыу!” – тип яҡты ниәттәр ҡорған ҡыйыу хеҙмәттәшебеҙҙең фиҙакәрлеге һоҡланғыс. Уның әйтеүенсә, хәрби госпиталдә ирекмән – иң кәрәкле кеше”.

“Беренсе тирмә”-нең кураторы Гүзәл Коваленко ошо проекттың киң билдәлелек алыуына журналистарға рәхмәт белдерҙе. “Һеҙ – фронт менән тыл араһындағы күпер. 2027 йылдың апреленә тиклем хәрби госпиталдәргә ирекмән булып барырға теләүселәр исемлеге төҙөлгән. Команда булыу менән ҡуҙғалырға әҙербеҙ”, – тип белдерҙе ул.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллина сығышында республикабыҙҙағы рухи ныҡлыҡтың нигеҙенә тәрбиә һалыныуын билдәләне. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафин халыҡ менән күберәк осрашыу, аңлатыу кәрәклеген әйтте.  Журналистар Зөһрә Арсаева, “Ейәнсура таңдары” гәзите редакцияһының баш мөхәррире Кристина Сәйҙәшева, “Башбат” проектын алып барыусы Денис Самиевтың тәжрибәләрен тыңлау ҙа ҡыҙыҡлы булды.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова әйтеүенсә, ауыр ваҡыттар көслө кешеләрҙе тыуҙыра. БР Матбуғат агентлығы етәксеһе  Максим Ульчев журналистарға үҙҙәре биргән мәғлүмәткә ышаныуҙы юғалтмау йәһәтенән эшләргә саҡырҙы.

Секцияның эше ике сәғәттән ашыуға һуҙылһа ла, бер тынала үтеп китте. 

Гөлназ ҠОТОЕВА.

Автор һәм Динар Кәлимуллин фотолары.

Мәғлүмәткә ышаныс һүрелмәһен!
Мәғлүмәткә ышаныс һүрелмәһен!
Мәғлүмәткә ышаныс һүрелмәһен!
Мәғлүмәткә ышаныс һүрелмәһен!
Мәғлүмәткә ышаныс һүрелмәһен!
Мәғлүмәткә ышаныс һүрелмәһен!
Мәғлүмәткә ышаныс һүрелмәһен!
Мәғлүмәткә ышаныс һүрелмәһен!
Мәғлүмәткә ышаныс һүрелмәһен!
Мәғлүмәткә ышаныс һүрелмәһен!
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас