Тыуған ил һәм Еңеү өсөн

Башҡортостанда пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре яугирҙәрен нисек әҙерләйҙәр?

Тыуған ил һәм Еңеү өсөнТыуған ил һәм Еңеү өсөн
Тыуған ил һәм Еңеү өсөн

Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә кандидаттың моторика буйынса билдәле бер күнекмәләре, шулай уҡ ул электрон интеллектҡа, йәғни БПЛА-ны хеҙмәтләндереү һәм уны хәрби шарттарҙа оҫта ҡулланыу өсөн кәрәкле электрониканың төп белеменә эйә булырға тейеш.

Был хаҡта пилотһыҙ берләштерелгән технологиялар бүлеге етәксеһе Рэдвал Неволин һөйләне.

Рэдвал Неволин һәм уның коллегалары даими рәүештә МХО зонаһында БПЛА операторҙары вазифаһында хеҙмәт итеүҙе һайлаған яңы хәрбиҙәр менән шөғөлләнә. Танышыу дәрестәре граждандарҙы хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктында “Һаҡсы” контракты буйынса үтә. Владлен Татарский исемендәге пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарын тактик һәм махсус тактик әҙерләү үҙәге инструкторҙары яугирҙәргә дрондарҙың ҡоролошон аңлата һәм уларға идара итеү нигеҙҙәрен бирә. Шулай итеп улар хәрби хеҙмәткәрҙең һөнәри яраҡлылығын билдәләй.

Махсус хәрби операция башланған саҡта коммерция дроны — "мавик"тар ҡулланыла. Улар күҙәтеү функцияһын ғына үтәй, йәғни яугирҙәр күҙгә күренмәгәнде күрә һәм сәпте төҙәтә. Һуңыраҡ беҙҙең белгестәр уларға “ҡыңғырауҙар”, “кишер” һәм башҡа боеприпастарҙы ташлау системаларын ҡуя башлай. Хәҙер төп баҫым ударлы FPV-ға яһала.

Шуға күрә пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт итергә теләгән ир-егеттәр күп. Уларҙың барыһы ла медицина тикшереүе һәм тест үтә, уның һөҙөмтәләре буйынса буласаҡ дроноводтарҙың махсуслашыуы билдәләнә.

– Беҙ уларҙы төркөмдәргә бүләбеҙ. Бер төркөмдә гражданлыҡ һөнәрҙәре электроника менән бәйле булғандар. Икенсе төркөмдә — БПЛА операторҙары. Айтишниктар, программистар төркөмө бар. Был белгестәр ҙә пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә ҙур һорау менән файҙалана. Әммә башта коптерҙарҙы хеҙмәтләндереүгә эләккән кешеләр ҙә бар, улар тәүҙә дрондар йыя, тәжрибә туплай, һуңынан һынауҙар тапшыра һәм пилотлыҡҡа күсә, — тип һөйләне Рэдвал Неволин.

Инструкторҙар тыңлаусыларға DJI квадрокоптеры миҫалында дронға нисек идара итергә кәрәклеген күрһәтә. Контрактсылар һәр һүҙҙе иғтибар менән тыңлай, практик дәрестәр ваҡытында нығытылған ғәмәлдәрҙе хәтерләй.

– Дронға идара итергә өйрәнеү өсөн нимә кәрәк? Уны һәр кем үҙләштерә ала, әммә билдәле бер моторика талап ителә. Мәҫәлән, мин яраланғандан һуң идара итә алманым. Нимә эшләнем? Уйын консолен һатып алдым, һәм ваҡ моториканы эшләтеү өсөн уйнаным, — тине яугирҙәргә Рэдвал Неволин.

Әлбиттә, төп әҙерлек Рәсәй Ҡораллы Көстәре полигондарында һәм подразделениеға килгәс тә үтәсәк. Әммә Өфөлә үк кемдең нисек эшләй алыуы асыҡлана.

"Беҙ Үҙәк хәрби округында Башҡортостанда тыуып үҫкәндәргә тулы ярҙам күрһәтәбеҙ — был БПЛА операторҙарын әҙерләү буйынса иң ҙур ғилми үҙәк, — тип Рэдвал Неволин контрактсылар менән һөйләшеүен дауам итә. – Хәҙер яңы хәрби-иҫәп белгеслеге тиҙлек ала, фронтта белгестәр кәрәк. Әммә уларҙың оҫталыҡтары гражданлыҡ эшмәкәрлеге өлкәләрендә лә талап ителәсәк. Мәҫәлән, пилотһыҙ авиасистемаларын эре нефть һәм нефть эшкәртеү компаниялары ҡуллана. Улар бик яҡшы аҡса түләй. Бәлки, МХО зонаһындағыға ҡарағанда кәмерәктер, әммә барыбер бик лайыҡлы эш хаҡы.

Фронтта Башҡортостандан БПЛА операторҙары хеҙмәт итә. Уларҙың иҫәбендә йөҙләгән еңелгән берәмек хәрби техника, нығытмалар һәм ВСУ-ның тере көсө бар. Шул уҡ ваҡытта яугирҙәр үҙҙәре хәрби бәйләнеш һыҙығынан хәүефһеҙ алыҫлыҡта тора. Улар – яңы формация снайперҙары, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рэдвал Неволин.

Редвал Неволин әйтеүенсә, фронт командирҙары һәр саҡ рәхмәт әйтә.

– Беҙҙә бик яҡшы кире бәйләнеш бар. Бөтә армия командующийҙарынан рәхмәт хаттарынан тыш, беҙҙең уҡыған егеттәребеҙ менән чаттар ҙа бар. Был ике яҡ өсөн дә файҙалы. Әгәр беҙҙең оператор дошмандың дронын бәреп төшөрһә, уны һүтеп алһа, составы һәм программа тәьминәте тураһында һөйләһә, беҙ бында, үҙәк ҡорамалдарын ҡулланып, ентекле анализлайбыҙ һәм шунда уҡ ҡаршылыҡ сараларын уйлап табабыҙ. Мәғлүмәтте алғы һыҙыҡҡа тапшырабыҙ. Бының арҡаһында даими үҫеш бара, беҙ бер урында тормайбыҙ. Әммә иң мөһиме, 30 мең һумлыҡ дрон бер нисә йөҙ мең долларлыҡ, хатта миллион долларлыҡ танкты юҡ итә ала, — тине Рэдвал Неволин.

БПЛА операторҙары дошман менән туранан-тура физик бәйләнешкә инмәйенсә, техникаға дистанцияла идара итә һәм ҡуллана. Был хәрби хеҙмәттең сифат яғынан юғары кимәлдәге хәүефһеҙлеген тәьмин итә.

БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеү тураһында тулы мәғлүмәтте башбат.рф сайтында һәм 122 телефоны буйынса алырға була.

 

Фото: "Башинформ". 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас