"Ватанды һаҡлаусылар" фондының тәрбиәләнеүселәр даирәһе киңәйә

Рәсәй Президенты Владимир Путин фонд тәрбиәләнеүселәре даирәһен киңәйтеүсе указға ҡул ҡуйҙы. Исемлеккә ике яңы категория инде.

"Ватанды һаҡлаусылар" фондының тәрбиәләнеүселәр даирәһе киңәйә"Ватанды һаҡлаусылар" фондының тәрбиәләнеүселәр даирәһе киңәйә
"Ватанды һаҡлаусылар" фондының тәрбиәләнеүселәр даирәһе киңәйә

Улар - махсус хәрби операция барышында ауыр яраланған, әммә сафта ҡалған хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм МХО зонаһына яҡын биләмәләрҙә бурыстар үтәгән һәм инвалидлыҡ алған хәрби хәрәкәттәр ветерандары.

Хәҙер яугирҙәр спорт протездары, адаптив кейем, ҡул менән идара ителгән автомобилдәр, торлаҡты яраҡлаштырыуҙа ярҙам ала, шулай уҡ «Ватанды һаҡлаусылар кубогы»на ярыштарҙа ҡатнаша ала.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Ватанды һаҡлаусылар» фонды ҡарамағындағылар даирәһен киңәйтеү тураһындағы ҡарарҙы бик ғәҙел тип атаны:

- Республика, үҙ сиратында, геройҙарыбыҙҙы һәм уларҙың яҡындарын иғтибар һәм хәстәрлек менән солғап алыуҙы дауам итәсәк. Мин уларҙың беҙҙең өсөн бик мөһим булыуҙарын күп тапҡырҙар әйттем. Был позициябыҙ үҙгәрешһеҙ ҡала, - тип билдәләне төбәк етәксеһе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы Өфөлә, Совет урамындағы 13/15-се һәм Минһажев урамындағы 107-се йортта эшләй. Телефоны: +7(347)268-01-02.

Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында социаль координаторҙарҙың бәйләнештәрен бында табырға мөмкин: https://vk.com/@zashitnikiotechestvarb-adresa-centralnogo-filiala-i-otdelenii-fonda-zaschitniki-ote

 

Фото: "Ватанды һаҡлаусылар" фондының Башҡортостандағы филиалы.

Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2026-06-17/v-bashkirii-rasskazali-o-rasshirenii-kruga-podopechnyh-fonda-zaschitniki-otechestva-4722594

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас