

Башҡортостан вәкилдәре МХО биләмәһенә 20 тонналыҡ гуманитар ярҙам йыйып ебәрҙе. Был турала “Халыҡ фронты. Башҡортостан Республикаһы” үҙ социаль селтәрҙәрендә хәбәр итеп, ылауҙы оҙатыуға әҙерләгәндәге видеояҙма менән уртаҡлашты.
Өфө профессоры Олег Лянцев яугирҙәргә үҙенең “семерка”һын ебәргән. Ябай ғына автомобиль МХО-ла хәрби машинаға әйләнер, ти ирекмәндәр.
ВЭГУ академияһы коллективы яу яланындағы Ватан һаҡсыларына квадрокоптерҙар һәм дрон детекторҙары һатып алған. Бөгөн был техника ғына түгел, ә хәүефте алдан күреп өлгөрөргә мөмкинлек биргән “күҙ” ҙә, һаҡлаусы ла.
Гуманитар ярҙамды хәрби хәрәкәт һыҙығы буйынса урынлашҡан бөтә 45 подразделение, иң беренсе сиратта штурмовиктар, ала. Йөктө алып барып еткереүгә ете техника берәмеге йәлеп ителгән. Махсус элемтә буйынса Башҡортостан Республикаһы идаралығы һәм Иглин районы хакимиәте ғәйәт булышлыҡ иткән – ҙур йөк машиналары биргән.
Халыҡ фронты һәм партнерҙары быйыл ғына ла инде 61-се сәфәргә сыҡҡан. Һәр ылауҙы Башҡортостан ирекмәндәре, предприятие һәм ойошмалары, рсепублика халҡы йыя. Һәр кем ҡулынан килгән ярҙамды күрһәтә: кемдер техника һатып ала, бәғзеләр иң кәрәкле әйберҙәрҙе алып килә.
“Һәр бәләкәй генә изгелектән бер оло халыҡ ярҙамы хасил була”, – ти Халыҡ фронты вәкилдәре. Ирекмәндәр һаҡлаусыларыбыҙға һәр кем ярҙам итә алыуын иҫкә төшөрә һәм битараф булмағандарҙы “Бөтәһе лә Еңеү өсөн” Халыҡ фронтының республика буйынса ярҙам йыйыуына ҡушылырға саҡыра.
Сығанаҡ: vk.com/wall-137921163_13228
Фото: видеояҙманан скриншот.