БПЛА операторҙарын һайлау нисек үтә

Башҡортостанда пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә йыйыу дауам итә.

БПЛА операторҙарын һайлау нисек үтәБПЛА операторҙарын һайлау нисек үтә
БПЛА операторҙарын һайлау нисек үтә

Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы БПЛА операторҙарын әҙерләү, уларҙы һайлап алыу барышы тураһында сюжет күрһәтте. 

БПЛА операторҙары был техника менән идара ғына итмәй, ә разведка алып бара, утты ҡайҙа йүнәлтеүҙе һәм башҡа тактик мәсьәләләрҙе хәл итә. Был бурыс, техник оҫталыҡтан тыш, иғтибарҙы туплай алыуҙы талап итә.

Кандидаттарҙы ике төркөмгә бүләләр. Берәүҙәр дрондарҙы хеҙмәтләндерһә, икенселәр техника өсөн программа уйлап сығара, өсөнсөләр оператор булып китә.

Иң башта, әлбиттә, медицина тикшереүе үтергә һәм кәмендә бер йылға төҙөлгән контракт өсөн кәрәкле документтарҙы алырға кәрәк. Контракт мөҙҙәте тамамлағандан һуң, хәрби хеҙмәттән китергә йәки килешеүҙе оҙайтырға була.

БПЛА операторҙары фронт һыҙығынан ситтә, хәүефһеҙ урында эшләй. Уларға шулай уҡ тулы социаль пакет һәм башҡа ярҙам саралары ҡаралған.

Инструкторҙар – хәрби хеҙмәткәрҙәр әҙерләүҙә ҙур тәжрибәгә эйә булған белгестәр. Йыл башынан алып “Һаҡлаусы” үҙәгенә Ватанды яҡларға һәм пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә әҙер булған 500-ҙән ашыу ир-егет мөрәжәғәт иткән.

– Әлеге ваҡытта теория белемен тәрәнәйтеү әҙерлеге бара, йәғни пилотһыҙ системаларҙың коптер тибындағы булһынмы, самолет рәүешлеһеме менәнме – бөтә тәрө менән таныштырабыҙ. Бында эш күберәк беҙгә мөрәжәғәт иткән граждандар араһынан һайлап алыуға йүнәлтелгән, – ти республикала контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты офицеры Фәдис Солтанов.

 

Мәғлүмәт: https://gtrkrb.ru/novosti/

Фото: видеояҙманан скриншот.

БПЛА операторҙарын һайлау нисек үтә
БПЛА операторҙарын һайлау нисек үтә
БПЛА операторҙарын һайлау нисек үтә
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас