

Башҡортостанда “Геройҙар дәүере” проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Яңыраҡ Шишмә районының Енғалыш ауылында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты ветераны, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, отставкалағы милиция подполковнигы Николай Николаевҡа мемориаль таҡтаташ асылды.
Мемориаль таҡтаташ ҡуйыу инициаторы - «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Ватанды һаҡлаусы» төбәк партия проектының Йәмәғәт советы ағзаһы, ветерандар ойошмаһы советы рәйесе һәм Өфө юридик институты ветерандары менән эшләү буйынса баш белгес, хәрби хәрәкәттәр ветераны Дарис Әүхәҙиев.
Таҡтаташты асыу тантанаһында Енғалыш ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Татьяна Корнилаева, мәҙәниәт йорто мөдире Геннадий Никитин, ауыл урта мәктәбе директоры Елена Яковлева, яугирҙең ҡатыны Елена Николаева, енәйәт хоҡуғы һәм криминология кафедраһы начальнигы полиция полковнигы Ирина Диваева, кафедра начальнигы урынбаҫары, полиция полковнигы Азат Ноғоманов, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының Совет районы полиция бүлегенең 7-се ветерандар ойошмаһы советы рәйесе, отставкалағы милиция полковнигы, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы Баян Шәмсетдинов, шулай уҡ геройҙың туғандары һәм ауылдаштары ҡатнашты. Мемориаль таҡтаташтан полотноны тартып төшөрөү хоҡуғы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға - Өфө юридик институты ветераны, шулай уҡ «Ватанды һаҡлаусы» төбәк партия проекты координаторы Фәһит Латиповҡа бирелде.
"Ватанды һаҡлау – һәр граждандың изге бурысы. Беҙ үҙ тарихыбыҙҙы иҫтә тоторға, илебеҙҙең бойондороҡһоҙлоғон үҙ ғүмерҙәре менән яҡлаусыларҙы хөрмәтләргә тейешбеҙ. Тантанала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ныҡлы һаулыҡ һәм баш өҫтөндә тыныс күк йөҙөн теләйем. Еңеү Рәсәй яғында буласаҡ", - тине Дарис Әүхәҙиев.
Тантана аҙағында туғандары, ауылдаштары, абруйлы ҡунаҡтар Һәм саҡырылған рәсми кешеләр Геройға хөрмәт йөҙөнән мемориаль таҡтаташҡа сәскә һалды. "Берҙәм Рәсәй” ярҙамында тормошҡа ашырылған “Ватанды һаҡлаусы” төбәк партия проекты хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙамды координациялауға, шулай уҡ уларға социаль ярҙам мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.
Фото: “Берҙәм Рәсәй” сайтынан.