

Ул тыумышы менән Туймазынан, тыныс тормошта су-шеф булып эшләй. 2023 йылда дуҫтары МХО-ға юлланғас, ул да үҙ теләге менән контрактҡа ҡул ҡуя һәм "Башҡортостан" полкы составындағы Таһир Күсимов исемендәге батальонды тулыландыра.
Дрондар менән идара итеү оҫталығы нигеҙҙәрен хәрби уҡыуҙар ваҡытында тәжрибәле инструкторҙарҙан өйрәнә. Уның һүҙҙәренсә, пилотһыҙ осоу аппараттары бик күп бурыстарҙы үтәй.
"Яңы һөнәрҙе өйрәнеү бик ауыр булманы, әммә мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡ. Илебеҙ өсөн мөһим эшкә үҙ өлөшөмдө индерә алыуыма ҡәнәғәтмен. Һанлы мөхиттә үҫкән һәм заманса технологияларҙы яҡшы белгән йәштәргә ул бигерәк тә еңел бирелә. Әйткәндәй, пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә башҡа һөнәрҙәр ҙә бар - мәҫәлән, водитель, медицина хеҙмәткәре, элемтәсе йәки ашнаҡсы", - ти ул.
Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү тураһында 112 телефоны буйынса белергә мөмкин.
Фото: https://vk.com/wall-28883427_157438