

“Башҡорт батальоны” каналы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы герой яҡташыбыҙ тураһында һөйләне. Ул – “Башҡортостан” полкының Таһир Күсимов исемендәге батальонының штурмлау ротаһы командиры Олег Низаметдинов.
Фронттың бер участкаһында лейтенант Низаметдинов штурмлау төркөмдәрен нығытыу һәм артабан алға барыу өсөн позицияларға сығара. Олег Низаметдиновтың оҫта етәкселеге һәм оператив хәлде теүәл баһалауы арҡаһында бөтә төркөмдәр ҙә юғалтыуһыҙ тәғәйенләнгән сиктәрҙе биләй. Был оборонаны нығытырға һәм һөжүмгә күсергә мөмкинлек бирә.
Батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Олег Низаметдинов Жуков һәм “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә.
Беҙ яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ.
Фото: "Башҡорт батальоны" каналы.