Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!

Маҡсатыбыҙ – Рәсәйҙе дошмандан һаҡлау.

Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!
Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо көндәрҙә махсус хәрби операция биләмәһендәге "Боцман" позывнойлы Ватан һаҡсыһына генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов орденын тапшырҙы. Был турала Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Лилиә Мулланурова хәбәр итте.

– Беҙ, махсус хәрби операциялағы һалдаттар, беребеҙ ҙә дан артынан ҡыумайбыҙ, маҡсатыбыҙ – Рәсәйҙе дошмандан һаҡлау, – тине Балаҡатай районы уҙаманы.

Белеүебеҙсә, махсус хәрби операциялағы һалдаттарҙың барыһы ла заманса хәрби ҡоралдар менән оҫта эш итә, улай ғына ла түгел, пилотһыҙ осоу аппаратының нескәлектәрен энәһенән-ебенә хәтлем өйрәнеү яҡлы. Бөгөнгө мәҡәлә геройыбыҙҙың уйында ла бындай теләктең уяныуына тамсы ла шикләнмәйбеҙ, хатта ошо йүнәлештәге ғәскәрҙә хеҙмәт итһә лә аптырарлыҡ түгел.

 

Фото: Лариса Мырҙакамалова.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас