Беҙҙең дрондар “көтөү” менән эшләй

Пилотһыҙ осоусылар операторы махсус хәрби операция биләмәһендә “ҡоштар”ҙың (осоусы аппараттарҙың) үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне

Беҙҙең дрондар “көтөү” менән эшләйБеҙҙең дрондар “көтөү” менән эшләй
Беҙҙең дрондар “көтөү” менән эшләй

Башҡортостандан “Ҡорт” позывнойлы яугир әйтеүенсә, бөгөн техника заман талаптарына ярашлы бик тиҙ яңыртыла. Яңы быуын пилотһыҙ осоусы аппараттар, хатта дошман сигналдарҙы баҫтырырға маташҡанда ла, осорға һәләтле. Радиоэлектрон көрәш һәм тотҡарлыҡтар булғанда беҙҙең дроноводтар күп каналлы схемалар, альтернатив йышлыҡтар һәм ретрансляторҙар ҡуллана, сөнки тотороҡло бәйләнеш хәрби бурыстың уңышын билдәләй.

– Ә ҡайһы бер дрондар сигнал булмағанда ла ориентирҙар буйынса осорға һәләтле, йәғни инженерлыҡ яңылыҡтары бер урында тормай һәм конструкторҙар БПЛА-ның автономиялылығын арттырырға тырыша. Әммә иң мөһиме, “ҡоштар” бөтә ролдәр аныҡ бүленгән өйөрҙә эшләй ала: береһе дошманды эҙләй, икенсеһе уны ситкә йүнәлтә, ә өсөнсөһө юҡ итә. Был - юғары пилотаж. Ғөмүмән, яңылыҡтар күп, тик үҙләштерергә өлгөр генә, – ти һалдат.

Әммә, техник яңылыҡтар менән йыһазландырылыуҙан һәм оҫталыҡтан тыш, импровизацияға һәләтле булырға кәрәк. Икенсе төрлө әйткәндә, хәлде тиҙ баһаларға һәм секунд аралығында берҙән-бер дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә тейештәр. Беҙҙекеләр был йәһәттән алдынғылыҡты бирмәй. Әлбиттә, һәр саҡ бындай көсөргәнештә булыу ауыр. Көрәшсегә ыңғай хис-тойғолар ҙа кәрәк. Әйтәйек, яңы техниканың схемаһын өйрәнергә һәм уны һүтеп ҡорорға. Бындай шөғөл ауыр уйҙарҙан ҡотолорға бик яҡшы ярҙам итә. Йәки ирекмәндәр күстәнәстәр һәм кәрәкле әйберҙәр менән хат һәм посылка алып килә: тимәк, яҡташтар һиңә ышана һәм еңеү менән көтә.

- Ярҙам республикабыҙҙан даими килеп тора. Беҙ һәр саҡ  Башҡортостан Башлығының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса кәңәшселәренә мөрәжәғәт итә алабыҙ. Һәм ирекмәндәр беҙҙең ғаризаларҙы үтәй. Был бик мөһим.

Әйтәйек, бөгөн "ҡоштар" ҙың билдәле бер моделе өсөн запас частар кәрәк, иртәгә – тотҡарлыҡтарҙан һаҡлау саралары. Һәр ваҡыт кәрәкле ғәмәлдәр: пауэрбанкылар, кабелдәр, запас камералар, һыу үткәрмәҫ термобелье. Техник яҡтан алдынғы ирекмәндәрҙең ярҙамы баһалап бөткөһөҙ - улар тиҙ арала схемаларҙы төшөнә, ремотлай һәм башҡалар, – ти яугир.

Әңгәмә аҙағында "Ҡорт" арығанлыҡтан иң шәп сара –яҡындарҙан хәбәр алыу икәнен билдәләй. Балаларҙан ҡыҫҡа ғына видео ғына булһа ла яҡшы. Уларҙың хәйләһеҙ, әммә йылы һәм ихлас һүҙҙәре оҙаҡҡа дәрт-дарман өҫтәй.  Яугирҙең был һүҙҙәре менән иптәштәре лә килешә, улар бөгөн алғы һыҙыҡта беҙҙең тыныслыҡты, киләсәккә хоҡуғыбыҙҙы яҡлай. Имен-һау булығыҙ, егеттәр!

(Недда Пухарева материалы буйынса).

Фото: “Молодежная газета” сайтынан.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас