“Ҡулдан килгән бөтә ярҙамды күрһәтәсәкбеҙ”

Махсус хәрби операция ветерандарының фатирҙарын һәм йорттарын йәшәү өсөн уңайлы итеп яраҡлаштырыу буйынса эш дауам итә.  

“Ҡулдан килгән бөтә ярҙамды күрһәтәсәкбеҙ”“Ҡулдан килгән бөтә ярҙамды күрһәтәсәкбеҙ”
“Ҡулдан килгән бөтә ярҙамды күрһәтәсәкбеҙ”

Учалы районы хакимиәте эргәһендәге комиссия махсус хәрби операция ветерандары йәшәгән торлаҡты тикшерҙе. Йәмил Ғимазов, Азат Исхаҡов, Рөстәм Хәбибуллин һәм Тимур Йәноҙаҡов бөгөн тыуған яҡтарына тыныс тормошҡа әйләнеп ҡайтты. “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы белгесе Юлиә Шәғәбетдинова әйтеүенсә, махсус хәрби операция ветерандарының фатирҙарын һәм йорттарын йәшәү өсөн уңайлы итеп яраҡлаштырыу буйынса эш дауам итә.  

– Әлеге ваҡытта ун ғариза алдыҡ, шуларҙың алтыһы тикшереү үткән. Өс кеше ярҙамдан файҙаланды ла инде. Ҡалғандары дәүләт фонды ҡарамағында. Һәр мөрәжәғәт менән махсус белемле социаль координаторҙар эшләй. Ҡатмарлы тормош мәсьәләләре лә килеп сыға, улар эш төркөмө ултырыштарында хәл ителә. Учалыла һәм районда ла мөрәжәғәт иткән һәр кемгә ҡулдан килгән бөтә ярҙамды күрһәтергә тырышабыҙ, –  ти Юлиә Шәғәбетдинова.

Фото: “Учалы гәзите” сайтынан.

 

“Ҡулдан килгән бөтә ярҙамды күрһәтәсәкбеҙ”
“Ҡулдан килгән бөтә ярҙамды күрһәтәсәкбеҙ”
“Ҡулдан килгән бөтә ярҙамды күрһәтәсәкбеҙ”
“Ҡулдан килгән бөтә ярҙамды күрһәтәсәкбеҙ”
“Ҡулдан килгән бөтә ярҙамды күрһәтәсәкбеҙ”
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас